Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хәстәрләү йылы уңайынан районыбыҙҙа күп төрлө саралар үтте. Шул иҫәптән бөгөн "Ал елкән" балалар ял лагеры базаһында икенсе тапҡыр "Беҙ бергә" фестивале мөмкинлектәре сикле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ инвалидлығы булған өлкәндәр өсөн ҙур сара үтте. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Марат Мөхәмәтов сәләмләне. Ул үҙ сиратында исемле йылда ғына түгел, һәр ваҡыт мөмкинлектәре сиклеләргә ҡарата хәстәрлек күреләсәк, тип белдерҙе.
"Йырау" ансамбле, Асҡар Иҫәнсурин, Илнара Дәүләтбирҙина, Маргарита Корягина, Римма Мусинаның йырҙары, Яҙгөл Иҫәнсуринаның бейеүе сараға йәм өҫтәне.
Балалар ихласлап айыу, ҡуян, Һыңармөгөҙ һәм клоунесса менән иҫтәлеккә фотоға төштө, туп уйнаны. Айырыуса һабын ҡыуыҡсалары шоуын ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттеләр.
Балаларға өҫтәлмә белем биреү, "Ғаилә" үҙәге, район балалар китапханаһы, "Беренселәр хәрәкәте" хеҙмәткәрҙәре үткәргән ҡыҙыҡлы уйындар ҙа кескәйҙәргә хуш килде. Балалар ял иткән арала ата-әсәләр 2-се һанлы мәктәп психологы Гүзәл Мостафина менән осрашты, тренингтар үтте.
Лагерь етәкселеге ойошторған иртәнге һәм төшкө аш та барыһына ла оҡшаны.
Саф һауала, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ял лагерында үткән был көн мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һәм уларҙың ата-әсәләренең иҫтәрендә оҙаҡ һаҡланыр тип уйлайым.