Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Август , 08:41

Ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй

«Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,  Сиккәндәре, беләм – бирнәлек…» 

Ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй
Ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй

Мостай Кәримдең был шиғыр юлдары, бер уйлап ҡараһаң, хәҙерге заманға тап килмәй ҙә кеүек. Билдәле булыуынса, әле беҙҙең ҡулда телефон, сериал ҡарайбыҙ, күп ваҡыт телевизор, компьютер артында ултырып үткәрәбеҙ. Бик күптәребеҙ өсөн бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эш эштәре яйлап онотолоп барған кеүек.Ысынлап та, хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар: бейәләйҙәр ,ойоҡбаштар... 

 

Ә бына Байдәүләт ауылынан алтын ҡуллы Миңзира Салишева тыуҙырған матурлыҡҡа һис кенә лә битараф ҡалып булмай:уның эштэре күңелдә һоҡланыу, ғорурланыу уята .

  Кофта, башлыҡтарҙан алып, йылы ыштандарға тиклем бәйләй. Әсәйем бер ваҡытта ла беҙҙе махсус өйрәтеп ултырманы, беренсе синыфта уҡығанда уҡ беренсе шәлде узем үҙ аллы бәйләнем тине ул. Әйткәндәй бер туған Рәйхана апайы ла ҡул эшенә бик маhир.Миңзира Билал ҡыҙы төрләндереп сағыу-сағыу төҫтәр менән бейәләй, ойоҡбаштар кофта, күлдәктәр бәйләп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөндөрә .

 

 

Күҙ нурҙары түгеп, һөйөү менән башҡарылған эштәре матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәренкелеге бирә. Миңзира Салишева кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр әле.

Гөлсөм Бикйәнова, китапханаһы.

Байдәүләт ауылы.

Автор:
Читайте нас: