Ниндәй документтар кәрәк?
– ғариза;
– паспорт;
– ата-әсәнең икенсеһенең паспорты, 14 йәшкә тиклемге балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығы, 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы һәм паспорты;
– мәктәп формаһы һатып алыуҙы раҫлаған чектар;
– Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалынан ғаиләгеҙҙең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарауын раҫлаған белешмә. Өфөлә йәшәмәһәгеҙ, уны Күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин.
Өс һәм унан да күберәк балаға опекун (попечитель) булһағыҙ, һеҙгә шулай уҡ түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:
– балаға опека (попечителлек) тәғәйенләү тураһындағы ҡарар;
– балаларҙы ҡарау өсөн аҡса алмауығыҙ тураһында опека һәм попечителлек органдарынан документтар.
Ғариза һәм документтарҙы 2024 йылдың 1 октябренә тиклем балаларығыҙ уҡыған мәктәпкә тапшырырға кәрәк.
Компенсацияның иң ҙур суммаһы — 4 489 һум. Уны ике уҡыу йылына бер тапҡыр алырға мөмкин.