Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Август , 09:05

Үҙе лә бал ҡорто кеүек егәрле

Бал ҡорттары үҙҙәре кеүек тырыштарҙы ғына ярата, тиҙәр. Самаҙы ауылында ғүмер итеүсе Мырҙағәле Яҡшыбаев та ана шундай уңғандарҙың береһе. Ул 30 йылға яҡын умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, атаһы ла колхоз ҡортлоғонда эшләгән.Йәштән ҡорттар араһында йөрөгән Мырҙағәле ағай улар тураһында бик күп белә. Бал ҡорттары ҡабаланғанды яратмай, улар кешенең ҡурҡыуын да һиҙә, ти умартасы.

Үҙе лә бал ҡорто кеүек егәрле
Үҙе лә бал ҡорто кеүек егәрле


Мырҙағәле ағай күп ваҡытын йәшәгән йорто артында ғына, Самаҙы йылғаһы аша урынлашҡан умарталығында үткәрә.
– Бында саф һауа, йылға ла эргәлә генә, - ти ҡортсо. Ул уңайлылыҡ өсөн ял итергә ҡыуыш та эшләп ҡуйған. - Ҡорттар айырған саҡта көнө буйы ошонда булырға тура килә. Әммә быйыл йыл яуынлы булғас, бал әҙ. Иң мөһиме үҙҙәренә ҡышҡылыҡҡа бал йыйһындар, күстәр көсәйһен тием. Ҡорттар ҙа тәрбиәне ярата шул, – ти Мырҙағәле Мырҙабай улы.
Бер үҙе донъя көтөүенә ҡарамаҫтан Мырҙағәле ағайҙың өйө, ишек алды таҙа, баҡсаһында йәшелсәләр, картуф гөрләп үҫеп ултыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше Рәйфә Хөснөтдин ҡыҙы дүрт йыл элек вафат булған, унан алда улдары Альбертты юғалтҡандар. Әлеге ваҡытта Баймаҡ районында ғүмер итеүсе ҡыҙы Гөлнараның, Ишембайҙағы кесе ҡыҙы Илнараның ғаиләләренә бауыр баҫып, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәй Мырҙағәле ағай. Ә кейәүе Радик, үҙе лә ҡортсолар нәҫеленән булараҡ, килгән саҡта ҡайныһына ҡорт ҡарашырға, бал айырырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, ҡортсоноң сифатлы балына һорау һәр ваҡыт бар, байтаҡ йылдар Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан даими һатып алалар. Балдан тыш, балауыҙ, ҡорт елеме (прополис) кеүек ҡортсолоҡ продукттарын да әрәм итмәй ҡортсо.
Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан Мырҙағәле ағай әле лә эшләй, ул “Маяҡ” хужалығында ҡышын – ҡарауылсы, йәйен төрлө эштәр башҡара. Үҙе кеүек умартасылыҡ менән шөғөлләнгән ағаһы Ишбулат Яҡшыбаев, Мансур Ҡарабаев менән ҡатышып, бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәйҙәр.

Тырыш кеше эшендә лә һынатмай, күңеленә ятҡан шөғөл - умартасылыҡ менән дә мөкиббән шөғәлләнә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: