Эш башларға тәүәккәлләгәндәрҙе тәү сиратта үрҙәге һорауҙар борсой. Тап ошо мәлдә райондарҙа асылған мәғлүмәт-консультация үҙәктәре ярҙамға килә лә инде. Ейәнсура районындағы бындай үҙәктең етәксеһе Зәбир Рәшит улы Мәхйәновҡа эштәренең нескәлектәре менән таныштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иттек.
– Забир Рәшит улы, һеҙҙең эшегеҙ нимәнән ғибәрәт? Үткән йыл йомғаҡтары буйынса, һеҙҙең үҙәк алдынғылар иҫәбенә ингән тип билдәләнеләр.
– Мәғлүмәт-консультация үҙәктәренең төп эше – консультациялар биреү, райондарҙа ауыл хужалығы тармағын үҫтереү. Райондың ауыл хужалығы бүлеге менән берлектә осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрәбеҙ. Был аңлатыу эштәре һөҙөмтә бирә лә инде. Әлеге мәлдә районда ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән ойошмалар һаны 480-гә етте. Уларҙың 70-е шәхси предприятие һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, алты кооператив, 22 асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 10 меңдән ашыуы шәхси хужалыҡ булараҡ теркәлгән.
– Һеҙ был вазифала бер йыл эшләйһегеҙ. Эште нимәнән башланығыҙ?
– Тәү сиратта барыһы менән дә танышып сыҡтым. Беҙҙең үҙәктә ун кеше эшләй: иҡтисадсы-консультанттар, агроном, бухгалтерия бүлеге. Райондың ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе, агроном, зоотехник менән бергәләп ауыл советтарына сыҡтыҡ. Ауылда эшен башлағандар тәү сиратта ниндәй ауырлыҡтар менән осраша, ниндәй культуралар сәсеүгә өҫтөнлөк бирә – ошо һорауҙарға яуап алдыҡ. Һәр ауыл советында осрашыуҙар үткәрҙек. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән ярҙам саралары, гранттар тураһында тәфсирләп һөйләнек, Мәшғүллек һәм социаль яҡлау үҙәктәренең программалары тураһында белгестәр сығыш яһаны. Был эште атҡарғанда, шуны аңланым: ауылда эш барһын, тормош йәнләнһен өсөн ауыл советы рәйесе янып торорға тейеш. Ул – халыҡ менән туранан-тура эшләгән, яҡташтарын һәйбәт белгән кеше булараҡ, кемдең ҡулынан ниндәй эш килгәнен алдан төҫмөрләй. Был бер булһа, икенсе мәсьәлә – ошондай осрашыуҙар күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға шунда уҡ яуап алырлыҡ мөмкинлек бирә.
– Ошо осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһен күрҙек тип әйттегеҙ. Был нимәлә сағыла?
– Ауылдарҙа кеше менән һөйләшкәндә, ҡайһы берәүҙәрҙең асыҡтан-асыҡ һорау бирергә тартыныуы күренеп тора ине. Шуға телефондар менән алмаштыҡ. Тойомлау дөрөҫ булған. Һуңынан шәхси шылтыратып, кәңәшләшкәндәр бихисап булды. Һөҙөмтә иһә һандарҙа күренә. Бер йыл эсендә алты меңдән ашыу төрлө хеҙмәт күрһәтелгән. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ла, шәхси хужалыҡтарға ла, баҡсасыларға, кооперативтарға консультациялар үткәргәнбеҙ. Етмештән ашыу хужалыҡҡа агрономия һәм зоотехния буйынса хеҙмәт күрһәтелгән. 148 хужалыҡҡа бухгалтерҙар ярҙам күрһәткән, 56 проект-смета документтарын эшләүҙә ярҙамлаштыҡ. Субсидия алыу өсөн 400-ҙән ашыу документ, егерменән ашыу бизнес-план эшләргә ярҙам иткәнбеҙ. Кооперация, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ярҙам итеү маҡсатынан 33 төрлө сара үткәрҙек. Уларҙа йәмғеһе 2300 кеше ҡатнашты. Ғөмүмән, ярҙам һораған һәр ауыл кешеһенә ярҙам итергә әҙербеҙ. Мәҫәлән, быйыл ике кеше Агростартап буйынса малсылыҡ буйынса ике грант алды. Тәүгеһе Кәримә Хасаева Әлибай ауылынан. Ул ит йүнәлеше буйынса тоҡомло мал алыуға заявка биргән ине. Икенсеһе - Лилиә Мөхәмәтова. Ул Иҫәнғол ауылында эшләй. Ҡошсолоҡ буйынса грант алды. Аҡсаны ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡорамалдар алыуға тотондолар.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Лилиә Нуретдинова.