"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Август , 17:17

Тәүәккәлдәр үҙ эшен аса

Иң мөһиме - аптырап ҡалмаҫҡа, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

Тәүәккәлдәр үҙ эшен аса
Тәүәккәлдәр үҙ эшен аса

Кемдең үҙ эшен асып, тотороҡло йәшәгеһе килмәһен? Әммә күптәрҙең бәкәленә һуҡҡаны – башланғыс өсөн аҡса булмауы туҡтата. Әлеге хәлдән сығыу өсөн бик уңайлы программа бар. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә эшләй. Мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙ булараҡ теркәлгәндәр субсидия алып, үҙ эшен асып ебәрә ала. Программа ла ҡатнашыу әллә ни ҡатмарлыҡ тыуҙырмай: бәлиғ булырға, иҫәптә бер айҙан ашыу торорға тейеш. Был программа райондарҙа нисек эшләй икән? Ейәнсура районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Салауатов билдәләүенсә, районда 2023 йылда 9 кеше, 2024 йылда ун кеше субсидия алып, үҙ эшен башлаған.

Ләйлә Нәжип ҡыҙы Байназарова – 14 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, мәктәптән китергә ҡарар итә.

- Тормошомдо ҡырҡа үҙгәттем. Бер ҙә үкенмәйем. Бала саҡтан фотоға төшөрөргә яраттым. Был һөйөү атайымдан килә. Уның фотоаппараты булды. Биш балаһына ла матур итеп айырым альбом эшләне. Студент саҡта пленкалы фотоаппаратым булды, 12, 24, 32 кадрлы таҫмаға студент саҡтарҙың иң сағыу мәлдәрен төшөрөп ҡалғанмын. Һуңынан, балалар тыуғас, һанлы фотоаппаратҡа күстем. Ә субсидия 350 мең һум булды. Мин уға һәйбәт фотоаппарат алдым. Хәҙер күңелем үҙ иткән һөнәр менән булам. Шуға ла программала ҡатнашырға батырсылыҡ иткәнемә ҡыуанам. Эштәремде “Бәйләнештә” селтәренә ҡуям. Туйҙар, никах, юбилейҙар төшөрәм. Ғаилә фотосессиялары ойошторам. Әлбиттә, киләсәккә пландар бар: үҙемдең студиямды булдырырға ине. Йәш кәләштәргә, юбилярҙарға макияж эшләтергә, яҡты махсус лампалар аҫтында иҫтәлекле фотолар эшләгәндә һәйбәт булыр ине. Әйткәндәй, макияжды Оксана Журавлева эшләй. Беҙ уның менән бергә эшҡыуарлыҡ нескәлектәрен өйрәнәбеҙ, - тип һөйләне Ләйлә Нәжип ҡыҙы.

Программа менән файҙаланған тағы бер оҫта – Ришат Миңлеәхмәтов. Ул яңы ғына килешеүгә ҡул ҡуйған. 15 йыл дауамында Ришат Ғәзинур улы автоэлектрик булып эшләй. Күптән түгел үҙенең автосервисын аса.

- Автомобилдәрҙең электрикаһы менән шөғөлләнәм. Элек белгес булараҡ төрлө автосервистарҙа эшләнем. Тик үҙемдең эшемде асыу теләге көслө ине. Әле моратыма ирештем. Субсидия аҡсаһына машиналарҙың программаһын көйләү буйынса ҡулайламалар алдым. Ноутбук аша эшләнә торған эш. 2000 йылдан алып килгән машиналарҙы көйләйем. Һөҙөмтәлә автомобилдең ҡеүәте 10 процентҡа арта, бензинды аҙ “ашай”. Эштең уртаса хаҡы биш мең. Быға тиклем райондаштар был хеҙмәтте эшләтер өсөн ҡалаларға йөрөһә, хәҙер үҙебеҙҙең Иҫәнғолда эшләтергә була. Юлға аҡса китмәй, ваҡыт сарыф ителмәй, - ти Ришат Ғәзинур улы.

2023 йылда «Эшһеҙ граждандарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлауға ярҙам» программаһында яҡынса 3,4 мең кеше ҡатнашҡан. Был программа сиктәрендә Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәттәре эшһеҙ ҡалған граждандарға төрлө хеҙмәттәр күрһәтә: был эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә өйрәтеү, үҙ эшен башлау өсөн бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам. Программала ҡатнашыусылар араһында республика буйынса 720 кеше үҙ эшен асҡан, шуларҙың 175-е был программаның финанс ярҙамы менән бизнес башлаған. Ошо маҡсатҡабарлығы 27 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. 

Ленара ИВАНОВА, Башҡортостан Республикаһы халҡының ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры:

- Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенең үҙенсәлеге шунда: бизнес-шерифтар граждандарыбыҙға үҙ эшен башларға ярҙам итә. 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән һәр муниципалитетта эшҡыуарлыҡты һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереүҙе күҙәтеүсе яуаплы кеше бар. Бынан тыш, мәшғүллек үҙәктәрендә белгестәр көн һайын дәүләт ярҙамы программалары буйынса кәңәштәр бирә, айына бер тапҡыр эшҡыуарҙар өсөн махсус берҙәм көндәр үткәрәбеҙ. Шулай итеп, беҙ комплекслы ярҙам күрһәтәбеҙ – белгестәр консультация бирә, хатта психологик ярҙам да күрһәтә ала.

Субсидия алырға теләүселәргә һылтанма: https://rabota.bashkortostan.ru/czn/index

Фотола: Ләйлә Байназарова.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-08-10/t-kk-ld-r-eshen-asa-3883308

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: