– Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр.
– Сентябрҙә күк күкрәһә, көҙ йылы, ҡаш ҡарлы булыр.
– Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә.
– Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа, алда зәһәр ҡыш көтөлә.
– Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкестәр күп булһа, Раштыуа алдынан бурандар булыр.
– Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.
– Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә, ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә, ҡыш оҙон булыр.
– Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
– Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
– Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.