Беҙҙең районда халыҡтың берҙәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә, ошоғаса 15 ауыл интернет һәм кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителде. Әле «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль программаһына ярашлы, 2025 йылда Интернет һәм кәрәҙле бәйләнеш менән тәьмин ителәсәк тораҡ пункттарҙы һайлау башланды. Беҙҙең райондан был исемлектә ике объект: Иҙәш һәм Арсен ауылдары сиратта тора. Тауыш биреү һөҙөмтәле булһа, улар ҙа кәрәҙ элемтәле буласаҡ.
Әйҙәгеҙ, райондаштарға бергәләп ярҙам итәйек. Бының өсөн 17 ноябргә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) порталына инеп https://www.gosuslugi.ru/inet һылтанмаһы аша Иҙәш һәм Арсен ауылдары өсөн тауыш бирергә кәрәк.
Шулай уҡ Рәсәй Почтаһы аша 2024 йылдың 17 ноябренә тиклем, 123112, Москва, Пресненская набережная, д. 10, стр. 2 адресы буйынса ғариза ебәреп тауыш бирергә мөмкин.
Дилбәр Фәхретдинова, Новониколаевка ауылы:
– Беҙҙә мобиль связь бик насар эшләй торғайны. Хәҙер ауылыбыҙға кәрәҙле бәйләнеш һәм интернет үтеүе йәтеш булды, балаларым менән иркенләп һөйләшә алабыҙ. Алдан алған симкабыҙҙы ла карта, документтар бәйләнгән булғас, ташламағанбыҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә һанлы инфраструктура үҫешенең һөҙөмтәлелеген юғары баһалап: “Яҡшы эш. Был йәһәттән ярайһы уҡ алға киттек. Шул уҡ ваҡытта өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмау, киләсәккә бурыстар ҡуйыу мөһим”, – тине.
Әйткәндәй,
Республикала бөтәһе 20-ләгән оператор-компания кәрәҙле элемтә хеҙмәттәрен күрһәтә. 2019 йылдан алып улар 4G стандарты буйынса 7 меңдән ашыу база станцияһы төҙөгән һәм яңыртҡан.