Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында йәшәгән, 35 йыл шахтер булып эшләгән Миңлебай Фазләхмәт улы пенсияға сыҡҡас, ауылда йорт һалып, ат тотоп йәшәү тураһында хыяллана. Сирғол ауылында йәшәгән туғанына ҡунаҡҡа килгәндә был ауылды оҡшата. Хыялы менән бүлешкәс, ҡустыһы уға өйҙө ошонда һалырға күндерә. Аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәрбеҙ, ти. Шулай үҙе тыумышы менән Абзан ауылынан булһа ла, Миңлебай ағай пенсияға сығырға бер нисә йыл ҡалғас, Сирғолда өй төҙөй башлай. 4 йылда ҙур эш тамамлана. Әйткәндәй, өйҙө ул баштан аҙағына тиклем бер үҙе төҙөй.
Бөгөн Миңлебай ағай ҡатыны Резеда Динислам ҡыҙы менән ауылдың уңған, матур ғаиләләренең береһе, гөрләтеп донъя көтәләр. Ағайҙың оҫталығы тирә-йүнгә тарала. Уға сана, арба эшләтергә лә киләләр. Ә Резеда апай шәл, косынка бәйләү оҫтаһы булараҡ танылған.
Сирғолдоң матур парҙарының береһе булған Исмәғилевтарҙың ҡауышыу тарихы үҙенсәлекле. 1998 йылда Миңлебай ағайҙың тормош иптәше яман сирҙән вафат булғас, 13 йәшлек ҡыҙары һәм 9 йәшлек улдары – әсәйһеҙ, ә 41 йәшлек ир тол ҡала... Миңлебай ағайҙың отпускыһы тамамланыуға бара, ә шахтаға ингәндә балаларҙы үҙҙәрен генә ҡалдырып булмай. Аптыранып йөрөгәндә уны туғаны дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләүсе ҡатын менән таныштыра. Оҙаҡ уйларға ваҡыт булмай, танышҡас та ҡауыша улар. Атай кеше шулай балаларын ҡатыны ҡулына тапшырып, эшкә китә.
– Үҙемдең балаларым булмағас, Әлфиә менән Русланды шунда уҡ үҙ иттем. Үҙ сабыйҙарым кеүек күреп үҫтерҙем. Улыбыҙ миңә шунда уҡ өйрәнеп китте. Ә ҡыҙыбыҙ ҙурыраҡ булғас, төрлө ваҡыттар булды. Тора-бара ул да миңә эҫенеп китте, – тип иҫләй моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла мәлдәрҙе Резеда апай.
Бөгөн ҡыҙҙары Әлфиә төҙөлөш компанияһында юрист булып эшләй. Ә улдары Руслан – эшҡыуар, шәхси магазины бар. Үҙ ғаиләләрендә ҡыҙҙар үҫтерәләр. Ата-әсәләре өсөн өҙөлөп торалар, яндарына йыш ҡайталар.
Миңлебай ағай ысынлап та атһыҙ йәшәй алмай. Ҡарау ауырлашты, тип һатып ебәрә лә, юҡһыныуға түҙә алмай, тағы ла ат һатып ала икән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Ә үҙ ҡулдары менән күндән эшләгән әйберҙәрен күрһәтеп, улар хаҡында һөйләгәндә күҙҙәре нисек осҡонланып янғанын күрһәң, ғәжәпләнерлек. Ир-егет менән ат араһында айырым бер бәйләнеш барлығына тағы ла бер инанаһың.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.