Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Ноябрь , 10:35

Оло йөрәкле, изге күңелле ул

1991 йылдың 5 апрелендә Тоҡомбәтовтарҙың йәш ғаиләһенең бәхетен икеләтә арттырып, тәүге сабыйҙары – улдары донъяға килә. Тик ғаилә ата-әсәлек бәхете менән бергә, ғүмерлеккә инвалид бала ҡарау ғазабы, бурысы менән осраша...

Оло йөрәкле, изге күңелле ул
Оло йөрәкле, изге күңелле ул

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш әсә баланы бик ауыр таба. Һөҙөмтәлә, сабыйҙың муйынына, тауыш ярыларына, ҡолаҡтарына зыян килә. Шулай уҡ уға йөрәк ауырыуы диагнозы ла ҡуйыла.

Әлбиттә, әсә көтөп алған сабыйының ауырыу булыуын ауыр кисерә. Ләкин, нимә эшләтәһең, артабан йәшәргә, иңеңә төшкән ауыр һынауҙы күтәрергә кәрәк. Был ваҡыттан һуң 33 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Улы – Айнуры хаҡында һөйләгәндә Гүзәл апайҙың тауышында сикһеҙ һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары ярылып ята.  

–  Улым ауылдың бер йәме кеүек бит ул: клубта үткән бер сара ла, мәктәптәге ярыштар ҙа унһыҙ үтмәй. Ауыл өмәләрен әйтеп тә тормайым. Уңғанлығы, әрһеҙлеге менән ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай ул. Халыҡ та үҙен бик ярата, – тип ҡыуанып һөйләй әсә.

Айнур 1-се кластан 11-сегә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы коррекцион мәктәптә белем алған. Уҡыу рус телендә булғанға күрә, ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһен рус телендә алып бара. Башҡортса яҙыу уға ауыр бирелә, ә һөйләшеүҙе тулыһынса аңлай.

Егеттең башҡа бер кемгә лә хас булмаған үҙенсәлеге бар. Ул “Бәйләнештә” сайтында һәр ауылдашын тыуған көнө менән ҡотлап, фотоһын ҡуйып бара. Ҡайһы берҙә Сирғол, Саҙалы халҡын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Вафат булған кешеләрҙең йыллыҡтары булһа, һағышлы пост яҙып ҡуя.

–  Айнур ҡайҙан барлыҡ кешеләрҙең дә тыуған көнөн генә түгел, вафат көнөн дә хәтерләй ул? – тип ғәжәпләнеп һорашам әсәһенән.

– Уның махсус дәфтәре бар, бөтә мәғлүмәтте лә яҙып бара ул, ә һуңынан  ҡуллана. Хатта ҡайһы йылда мәктәпте нисә уҡыусы тамамлағанын да теркәй, тик улары инде икенсе дәфтәрҙә, – ти Гүзәл апай.

Һәр кешегә иғтибар бүлеү, ҡыуандырыу маҡсатында тыуған көндәре менән ҡотлау өсөн ниндәй оло йөрәк, киң күңел кәрәк... Айнур күп һау кешеләрҙә булмаған һоҡланғыс сифаттарға эйә.

Айнурҙы 6 йәштән үҙ улындай күреп тәрбиәләгән атаһы Азамат Ҡолғарин Ибрай мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булһа, әсәһе – мәҙәни ойоштороусы. Айнур – уларҙың икеһенең дә уң ҡулы, бар эштәрҙә лә һәр саҡ бергә йөрөй. Китапхананың даими уҡыусыһы ла ул, ваҡытлы матбуғатты күҙәтеп бара, төрлө яҡлап үҫешә.

Гүзәл апай улының тағы ла бер яҡшы яғы тураһында ғорурланып һөйләне: ул бик ныҡ ыҫпай, таҙа кеше. Барлыҡ әйберҙәре лә һәр саҡ тәртиптә, үҙ урынында.

– Улыбыҙ һылыуҙары Нурзилә менән Рәмзиләне шул тиклем ярата. Ҙур һылыуы уҡып бөткәс, “Әйҙә Ибрайға эшкә ҡайт, балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә эшләргә кеше юҡ бит!” – тине. Үҙе ауылды бигерәк ярата шул. Өфөгә барһаҡ, “Миңә бында оҡшамай. Ибрайҙан матурыраҡ ер юҡ ул!” – тип ауылды һағына, юҡһына башлай. Район үҙәгенә күсергә тигән уй ҙа булғайны, улыбыҙҙы йәлләп, ауылда ҡалдыҡ, – ти Гүзәл апай.

Бына шундай оло йөрәкле, яҡшы холоҡло егет йәшәй Ибрайҙа. Уға ныҡлы сәләмәтлек, түҙемлек теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шундай әүҙем, кешеләрҙе яратыусы яҡшы кеше булып ҡал, Айнур!

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: