2024 йылдың 3 декабрендә үткән Тура эфир ваҡытында Радий Фәрит улы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү киләһе йылда ла дауам итәсәк тип белдерҙе.
Ейәнсура районының балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге педагогы Әлиә Рәшит ҡыҙы Ямғурова өс йылға яҡын тап һаулыҡ яғы сикләнгән балалар менән эшләй. Уның ҡарамағында 50-нән артыҡ ҡыҙ һәм малай иҫәпләнә.
– Эш дәүеремдә тәрбиәләнеүселәрем менән туғанлашып бөттөм тиһәм дә хата булмаҫ. Беҙ ҙур бер ғаилә һымаҡбыҙ. Хеҙмәттәштәрем менән бергә беҙҙең үҙәккә йөрөүсе балалар өсөн түңәрәк эштәренән тыш төрлө конкурстар, ярыштар үткәрергә, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй кимәлендә үткән ижади конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрәбеҙ. Мин алып барған станокта һуғыу түңәрәгендә көн һайын 10-12 бала шөғөлләнә. Беҙ бында балаларҙы һау һәм һаулыҡ яғы сикләнгәндәргә айырып ҡарамайбыҙ, уларҙы йәмғиәттең бер бөтөн өлөшө булып формалашыуына йоғонто яһарға тырышабыҙ, – ти Әлиә Рәшит ҡыҙы.
Быйыл үҙәктә исемле йылға арналған күп саралар үтте. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында хәстәрлек йылын ҙур сара менән асып ебәрҙеләр. Әлиә Рәшит ҡыҙы эшен үҙәк педагогтары, “Ләйсән” балалар баҡсаһының коррекцион төркөм тәрбиәсеһе Гөлкәй Аҙнабаева, балалар китапханаһы хеҙмәткәре Гөлсиә Илтенбаева, “Ғаилә” үҙәгенән Розалия Татлыбаева, район үҙәге мәктәптәренең педагог-психологтары, уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнештә алып бара. Төрлө байрамдарға арналған сараларҙан тыш күләмлеләрҙән районда икенсе тапҡыр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Ал елкән” лагеры базаһында “Беҙ берҙәм” исемле фестивален дә гөрләтеп үткәрҙеләр.
Был йыл Әлиә Рәшит ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре өсөн ҙур еңеүҙәр йылы булараҡ та иҫтә ҡалыр. Һәләтле педагог күптән уҡыусылар ижады өсөн кәрәк булған туҡыу станоктарын алыуға ирешкән. Был хыял “ВТБ-Страна” хәйриә фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Үҙәк педагогтары Зүлиә Мусина һәм Миләүшә Моталлапова менән берлектә кәрәкле документтар һәм конкурс эштәре әҙерләп ебәреп, күп тә үтмәй грантҡа лайыҡ булыуҙарын ишетеп сикһҙ ҡыуаналар. Грант аҡсаһына Архангель районынан төрлө размерҙағы туҡыу станоктары эшләткәндәр. Бынан тыш төҫлө принтер һәм туҡыу өсөн төҫлө ептәр һатып алғандар. Станоктарҙы район мәғариф бүлеге алып ҡайтырға ярҙам иткән. Станоктар күбәйгәс уларҙы урынлаштырыу өсөн ҙурыраҡ бүлмәләр кәрәк була. Был йәһәттән район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә, ремонт эштәренә аҡса бүлеп, станоктар өсөн өр-яңы өҫтәлдәр алдыра. Уҡыу йылы башланыу менән станоктарҙы һынай ҙа башлағандар. Уҡыусылар менән бергәләп иң ҙур станокта өс ай эсендә ҙур шәл бәйләп тә ҡуйғандар. Әлеге ваҡытта аяҡ туҡыу станогын яйға һалып унда ла балаҫ туҡып ҡарарға уйлайҙар. Был түңәрәктә балалар ғәҙәттә көнөнә 1,5 -2 сәғәт шөғөлләнә. Арып китмәһендәр өсөн төрлө физминуткалар, уйындар, музыкаль паузалар ҙә үткәрелә. Бәләкәстәр тәүҙә ҡағыҙ, буяҡтар, пластилин һәм ҡом менән эш итергә өйрәнә, артабан яйлап туҡыу серҙәренә лә төшөнә. Педагог үҙе лә, бында шөғөлләнгән балаларҙың уҡытыусылары ла түңәрәктә шөғөлләнеүҙең балаларҙа ыңғай үҙгәрештәр барлыҡҡа килтереүе хаҡында билдәләй. Улар аралашыусаныраҡ, асығыраҡ була бара, етмәһә яңы һөнәрҙәргә лә өйрәнә, дуҫтар таба. Бер-береһенә ярҙам итергә өйрәнә.
Тағы ла түңәрәктә шөғөлләнеүселәрҙән Маргарита Корягина, Марат Ғиззәтуллин һәм Ангелина Нурасовалар менән “Абилимпикс” Бөтә Рәсәй оҫталыҡ конкурсында ҡатнашып Мәскәүҙә биш көн булып, экскурсияларҙа булып, концерттар ҡарап, оҫталып дәрестәрендә ҡатнашып күп тәьҫораттар туплап, еңеүсе дипломы һәм төрлө бүләктәр менән ҡайтыу ҙур ҡыуаныс булған. Иҙел Ҡолһарин да ата-әсәһе һәм апаһы менән Әбйәлил районында үткән “Мин һәм минең ғаиләм” исемле конкурста еңеп ҡайтты. Ә Ҡарадигәндән Сафия Шафиҡова үҙе һуҡҡан шарф менән “Мин булдырам...” исемле Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып беренсе урын яуланы. Был һөҙөмтәләр, әлбиттә, балаларҙың үҙҙәренең һәм педагогтың хеҙмәт емеше.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларының ялын да ойошторорға тырыша Әлиә Рәшит ҡыҙы. Быйыл сентябрь айында 14 уҡыусы һәм ата-әсәләре өсөн Әбйәлил районыдағы Динопаркка, Абҙаҡ ял урынына экспурсия ойошторғандар. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә яҡшы ял итеп, көс туплап ҡайтҡандар. Үткән аҙнала балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәгендә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын ябыу сраһы үтте. Йыр-моң, бейеүҙәр, төрлө уйындар менән үрелеп барған сара балаларға ла, ата-әсәләргә лә оҡшаны.