Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Декабрь , 14:45

Һырғалаҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Һырғалаҡҡа барыр алдынан конькиҙарҙың төҙөклөгөн тикшерергә кәрәк – улар үткер булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә.

- Конькиҙар үлсәм буйынса һайланырға тейеш – ул аяҡты ҡыҫып торорға йәки артыҡ ҙур булырға тейеш түгел.

- Конькиҙың йылыһын йәки йылы ойоҡбаш менән кейерлеген һайлағыҙ.

- Конькиҙың бауҙарын мөмкин тиклем нығыраҡ бәйләргә кәрәк.

- Йылы, еңел һәм иркен кейем кейегеҙ, шулай уҡ бирсәткә йәки бейәләй онотмағыҙ.

- 12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр менән бергә генә шыуырға тейеш.

- Әгәр боҙҙа ышанысһыҙ шыуһағыҙ, һаҡланыу саралары – шлем, терһәкте, тубыҡты һаҡларлыҡ әйберҙәр ҡулланығыҙ.

- ️ Боҙға киҫкен хәрәкәт эшләмәй генә бортҡа тотоноп сығығыҙ.

- Ҙур тиҙлектә шыумағыҙ һәм башҡа кешеләр менән дистанция һаҡлағыҙ.

- Йығылһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк торорға тырышығыҙ. Әгәр тора алмаһағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ.

Һырғалаҡта нимә эшләргә ярамай?

- Йүгерергә, һикерергә, этешергә, сүп-сар ташларға

- Боҙҙағы кешеләр ағымына ҡаршы шыуырға

- Боҙҙо боҙорға: уны коньки йәки башҡа әйберҙәр менән соҡорға, теләһә ниндәй әйберҙәр ташларға, шыйыҡса ҡойорға, ниндәй ҙә булһа матдәләр һибергә

- Боҙға хайуандар менән сығырға

- Шартлағыс һәм еңел янып китә торған матдәләр (шул иҫәптән пиротехника) ҡулланырға

- Тәмәке тартырға һәм иҫерек килеш килергә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: