+19 °С
Облачно
Ҡулланыу ваҡыты үткән һәм төргәге зыян күргән пиротехниканы ҡулланмағыҙ – уның янғынға сәбәпсе булыуы ихтимал.
Пиротехниканы кеҫәгеҙҙә йөрөтмәгеҙ.
Тоҡандырғанда фитилде битегеҙгә яҡын килтермәгеҙ һәм янып торған фейерверкҡа яҡын бармағыҙ.
Көслө ел булғанда пиротехника менән ҡулланмағыҙ.
Фейерверкты кешеләргә һәм автомобилдәр аҫтына йүнәлтмәгеҙ, аяҡ аҫтына петардалар ташламағыҙ.
16 йәшкә тиклемге балаларға һәм үҫмерҙәргә пиротехника ҡулланырға ярамай.
Тоҡандырыр алдынан фейерверктың ныҡлы беркетелгәнлегенә инанығыҙ: ул ҡоламаҫлыҡ булһын.
Пиротехника ҡабыҙғанда тәмәке тартмағыҙ.