- Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының территориаль органына маршрутығыҙ тураһында хәбәр итегеҙ. Уның өсөн күрһәтелгән һылтанма буйынса теркәлегеҙ: vk.cc/c1fQfw.
- Тауға үҙегеҙ генә менмәгеҙ - төркөмдә маршрутты белгән тәжрибәле инструктор булырға тейеш.
- Алдан маршрут төҙөгөҙ һәм финиш нөктәһен билдәләгеҙ. Ҡыш ҡараңғы иртә төшә, аҙашыуығыҙ һәм туңыуығыҙ ихтимал. Ҡәтғи рәүештә билдәләнгән юлдан барығыҙ, ҡояш байығансы лагерға туҡтағыҙ.
- Һауа торошон күҙәтегеҙ. Әгәр ул насарайһа, сәфәрҙән баш тартығыҙ.
- Яҡындарығыҙҙы маршрутығыҙ һәм ҡайтыу ваҡыты тураһында иҫкәртегеҙ.
- Йылы кейенегеҙ. Поход кейеменең стандарт йыйылмаһы: термобелье, йылы салбар, йөн йәки йылы ойоҡбаш, флистан тегелгән кофта, куртка, башлыҡ, бирсәткә йәки бейәләй.
- Үҙегеҙ менән ҡабымлыҡ һәм термоста ҡайнар сәй алығыҙ.
- Шулай уҡ поход аптечкаһы һәм фонарь менән һыҙғыртҡыс та алырға онотмағыҙ.
- Зарядлы кеҫә телефоны һәм портатив зарядлау ҡоролмаһы алығыҙ. Шулай уҡ спутник телефоны алыу ҙа яҡшы. Уларҙы йылыла һәм дымлы ерҙән ситтәрәк тотоғоҙ.
Хәүеф янағанда 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.