Ул төрлө шатлыҡлы, борсоулы мәлдәре, ҡыуаныс, уңыштары менән хәтеребеҙҙә уйылып ҡалыр. Гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн ниндәй иҫтәлектәр һаҡлаясаҡ икән ул?
Ришат Ҡыуатов, Ирҙәр ҡоро етксеһе, ирекемән, Сәғит ауылы:
– Мин эҙәрмән дә, ирекмән дә. 4-се кластан алып эҙләнеү эше алып барам, туҡталғаным юҡ. Быларҙың барыһын да күңел, йөрәк ҡушыуы буйынса эшләйем. Бер ниндәй наградаға ынтылмайым да, уйламайым да. Шуға ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында "Ватан һаҡсыһының атаһы" йәмәғәт миҙалын тапшырыуҙары минең өсөн көтөлмәгәнлек булды.
Ғөмүмән, йыл минең өсөн уңышлы ғына булды. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн артабан да халыҡ менән берлектә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ, тип ышанам. Пландар күп, тик ваҡыт ҡына етмәй. Шуға күрә, сентябрь айында эштән киттем. Хәҙер инде йәмәғәт эштәрендә ҡолас ташлап эшләйһе һәм хеҙмәт итәһе.
Әлфиә Мырҙабаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Байдәүләт ауылы:
– Үткән йыл минең өсөн сағыштырмаса тыныс, шул уҡ ваҡытта уңыштарға бай йыл булды. “Оҙон көй” төбәк-ара халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында, шулай уҡ Шишмә районында үткән “Ике аҡҡош” республика конкурсында ла беренсе урын алыу бәхете йылмайҙы. Шулай уҡ улымды балалар баҡсаһына бирҙем һәм эшкә сыҡтым. 2024 йыл минең хәтеремдә ошо ваҡиғалар менән ҡаласаҡ. Яҡындарым янымда, иҫән-һауҙар, улым сәләмәт – минең өсөн ошонан да олораҡ бәхет юҡ. Яңы йылды һәр ҡайһыбыҙ бәхетле булып ҡаршы алайыҡ!
Салауат Юлдыбаев, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Ағурҙа ауылы:
– Ғүмеремде йыр-моңға бағышлаһам да, бер йыл элек Ватанды һаҡларға юлландым. Шуға ла “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме алыуым нисектер көтөлмәгән хәл булды. Бәлки был исемде йәш ваҡытта, сәхнәлә йөрөгәндә алһам яҡшыраҡ булыр ине (көлә). Үтеп барған йыл минең хәтерҙә ошо ваҡиға менән иҫтә ҡалыр. Иң мөһиме, иҫән-һау булайыҡ. Еңеү яулап ҡайтҡас, йыр-моңобоҙ менән барыһын да оҙаҡ ҡыуандырырбыҙ әле – барыһы ла алда.
Әлфиә Итбаева, ХМАО-ның Советский ҡалаһынеда “Заман” башҡорт мәҙәни клубы рәйесе:
– Үтеп барған йыл – Ғаилә йылы уңыштарға бай булды. Район-ҡалала булған сараларҙа ҡатнашыу, балаларға төрлө оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү, ғаиләм менән сәхнәлә сығыш яһауҙар хәҙер тарихта ҡаласаҡ. Улым, киленем, ейәнем менән округта ГТО нормативтарын үтәү буйынса 2-се урын алдыҡ. Сит ерҙә башҡорт мәҙәниәтен, йолаһын күрһәтеү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ: башҡорт мәҙәниәте көндәрен даими үткәрәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамдан да ситтә ҡалған юҡ. Яңыраҡ Өфөлә яҡташтар осрашыуында, унан VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыуым йылды күтәренке кәйефтә оҙатырға булышлыҡ итте.
Атай йортонда инде бер кем дә көтмәй... Шулай ҙа Ейәнсурама йылына бер булһа ла ҡайабыҙ. Тыуған яғымдың яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күреп күҙҙәр һөйөнә, күңелдәр шатлана. Афарин, яҡташтарым!
Гөлниса Бәширова, Башҡорт Үргене ауылы:
– Быйыл тәүгә өләсәй булдым – шул тиклем ҙур шатлыҡ кисерҙем. Берҙән-бер ҡыҙым Гөлназ 11 апрелдә беренсегә әсәй булды: ейәнем Сәлим донъяға килеп, икебеҙгә лә яңы хистәр татытты. Яңы статус – яңы бәхет! Бигерәк ҙур ҡыуаныс икән дә. Алла бирһә, бәләкәсебеҙ һау-сәләмәт, атайлы-әсәйле булып үҫһен инде. Бер ауылда йәшәүебеҙ менән бәхетлемен: йыш осрашып, ейәнемде яратып алыу мөмкинлегенә эйәмен. Өләсәй бәхетен татытыуың өсөн рәхмәт, 2024!
Айнә Иманғолова.