Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
31 Ғинуар 2025, 19:01

Яулыҡ биҙәктәре семәр-семәр...

Яулыҡ элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарҙың алыштырғыһыҙ, айырылғыһыҙ дуҫы булған. Ул эҫе тейеүҙән, һалҡындан һаҡлап ҡына ҡалмаған, ә гүзәл затты күҙ тейеүҙән аралау сараһы ла булып торған.

Яулыҡ биҙәктәре семәр-семәр...
Яулыҡ биҙәктәре семәр-семәр...

Бөгөн Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл” сиктәрендә Яулыҡ байрамы үтте. Унда Һүрәм ауыл биләмәһе башлығы Азамат Батыршин, Кинйәбулат, Күгәрсен, Аҡҡондоҙ ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты.

Ауыл әүҙемдәренең береһе булған Миңлегөл Батыршина һәм Гөлназ Кинйәбулатова ойошторған күркәм сараға килеүсе һәр кем үҙе ҡәҙерләп һаҡлаған, күҙҙең яуын алып торған, күп тарих һөйләгән матур яулыҡтар алып килгән ине. Уларҙың барыһы ла сәхнәгә теҙелде – һоҡланғыс бер күргәҙмә барлыҡҡа килде. Яулыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ ине... Һәр береһе төҫлө, сағыу, ыҡсым бит әле! Ҡайһы берәүҙәренә бер быуат тип кем әйтһен инде?

Байрамда мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының ни өсөн яулыҡта йөрөргә тейешлеге тураһында һөйләнелде, шулай уҡ дөрөҫ итеп ябыныу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Ике команда араһында үткәрелгән ҡыҙыҡлы ярыш ҡатнашыусыларҙың яулыҡ тураһында күп мәғлүмәт белеүҙәрен, йыр-бейеүгә маһир икәнлектәрен күрһәтте.

Сара аҙағында Аҡҡондоҙ ауылынан килгән ағинәй Люциә Кинйәбулатова артабан ҡорама тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Айнә Иманғолова.

Автор фотолары.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас