Бөтә яңылыҡтар
10

Ағинәйҙәр - ауыл ҡото

Башҡорт Үргене ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ағинәйҙәр  ауыл ҡото
Ағинәйҙәр ауыл ҡото

Әүҙем, үткәнгә һәм бөгөнгөгә битараф булмаған, киләсәкте хәстәрләгән ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаға берләшкән урындарҙа тормош башҡасараҡ. Ауыл тотҡаһы, уны йәнләндереүсе һәм йәш быуынды тәрбиәләүсе лә бит ул ағинәйҙәр.

Районда иң әүҙем ағинәйҙәр, моғайын, Башҡорт Үргене ауылындалыр. Уларҙың ауыл тормошонда биләгән роле баһалап бөткөһөҙ. Һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнап, милли кейемдәре, биҙәүестәре менән йәм өҫтәп кенә ҡалмай ағинәйҙәр, төп маҡсаттары – йолаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау, йәш быуында телһөйәрлек, илһөйәрлек, әхлаҡи сифаттар, милли мәҙәниәтебеҙгә, тарихына һөйөү тәрбиәләү. Шуға ла ойошма балалар баҡсаһы һәм мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара.

Ауылдаштары әйтеүенсә, ағинәйҙәр ойошторған балалар өсөн “Өләсәйем һандығы”, “Кәкүк сәйе”, “Дарыу үләндәре иленә сәйәхәт”, өлкәндәр менән “Ҡатын-ҡыҙҙы яулыҡ матурлай” саралары  тәрбиәүи яҡтан бик әһәмиәтле булған. Уларҙың уҡыусылар менән үткәргән милли биҙәүес эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенән һуң ҡыҙҙар мәктәптә үткән төрлө байрамдарға үҙҙәренең түшелдеректәрен тағып килә.

  • Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре – биләмәлә иң әүҙем эшләгән ойошма тип икеләнеүһеҙ әйтә алам, – ти  Яңы Петровка биләмәһе башлығы Салауат Ейәнбирҙин. – Былтыр төҙөкләндергән ауыл мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ла уларҙың урыны түрҙә булды. Йор һүҙле, сәсән телле апай-инәйҙәр ҡунаҡтарҙы махсус әҙерләгән таҡмаҡтары, йырҙар менән ҡаршы алды. Бренд сараһы булған “Бәлеш байрамы”нда ла ойошма ағзалары әүҙем ҡатнашты. Эскелек менән көрәш алып барыуҙа ла уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыуҙары 2020 йылда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә еңеүгә ҙур өлөш индерҙе лә инде. Ауылда үткән өмәләр, шишмә төҙөкләндереү булһынмы – уларһыҙ үтмәй. Ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән дә осрашып, үҙ фатихаларын бирәләр.

Ойошманың башланғысында элекке ауыл старостаһы, шәхси эшҡыуар Гүзәл Әсхәт ҡыҙы Аҡсурина тора. Ул хәҙер ҙә иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе. Бөгөн 12 кешенән торған ойошманы китапханасы Гөлнәзирә Ейәнбирҙина етәкләй. Лилиә Аҡсурина, Зәлифә Имелбаева, Таңһылыу Янбаева, Резеда Йәмилева, Илһөйәр Фәхретдинова, Рәсимә Аҙнабаева, Асия Түләбаева, Зәйтүнә Түләбаева, Ғәтифә Ейәнбирҙина – кемеһе уҡытыусы, кемеһе тәрбиәсе булып эшләп, белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә. Шәмсинур Ейәнбирҙина ла мәктәптә эшләгән.

  • Район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нурия Ҡунысбаева күрше Күгәрсен районында үткән “Мәрхәмәтле милләт – мәртәбәле” исемле сараға саҡырҙы. Ундағы ағинәйҙәрҙе, уларҙың ҡул эштәрен, сығыштарын күреп, үҙебеҙҙә лә ошондай ойошма булдырырға тигән ҡарарға килдем. Ҡайтҡас бер аҙ уйлап, хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемлеген барлап йөрөнөм. Улар ниәтемде хупланы. Шулай мәҙәниәт йортона йыйыла, йырҙар, мөнәжәттәр өйрәнә башланыҡ. Милли биҙәүестәр эшләүҙе тергеҙә башланыҡ. Тәүҙә үҙем өйрәнеп, әхирәттәргә өйрәткәйнем, артабан был эште Таңһылыу Илшат ҡыҙы дауам итте. Бөгөн ойошма тотороҡло эшләп килә. Аҙна һайын китапханала йыйылабыҙ, пландар ҡорабыҙ, биҙәүестәр эшләүҙе дауам итәбеҙ, – ти Гүзәл Әсхәт ҡыҙы.

Үҙҙәренә бер иштән күлдәктәр тектергәндәр. Түшелдеректән тыш ҡашмау ҙә эшләп алғандар. Әле бергәләп таҫтар йәки ҡашмау аҫтынан кейеү өсөн тәғәйен һарауыс сигеү менән мәшғүлдәр. Улар был эштәрҙе ихлас башҡаралар. Ағинәйҙәрҙең күбеһе скандинав таяҡтары менән йөрөй, шуның менән йәштәр өсөн сәләмәт тормош алып барыу өлгөһө лә булып торалар.

Башҡорт Үргене ағинәйҙәре тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам туплаусылар ҙа. Улар 2022 йылдың октябрендә оҙатылған тәүге гуманитар ылауҙа яугирҙәргә гигиена кәрәк-яраҡтары, ойоҡбаштар әҙерләне, бынан тыш аҡса ла йыйып тапшырҙылар.

Әйткәндәй, улар башҡа ауыл ағаинәйҙәре менән дә йылы бәйләнеш булдырған. Күптән түгел “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы кинйәбулаттар менән осрашып, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәндәр, дуҫлыҡ ептәрен нығытҡандар.  

 

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: