Капиталь ремонт – ағымдағы эштәр генә түгел, ә ҡыйыҡтарҙы, һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын, электр сымдарын алыштырыу кеүек ҙур проекттар. Әммә аҡса етмәү сәбәпле, бындай күләмле эштәр билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә килә. Һөҙөмтәлә, күп фатирлы йорттар авария хәленә ҡала, унда йәшәүселәрҙең ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янай, ашығыс ремонт ҙур сығымдар талап итә.
Ваҡыт аяуһыҙ, бер нимә лә мәңгелек түгел. Йорттар ҙа ҙур иғтибар талап итә. Мәҫәлән, Өфөнөң Пархоменко урамындағы бер Йорттоң ҡыйығын алыштырыу талап ителгән. Унда йәшәүселәр йыйылыш үткәреп, капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе фатирҙың квадрат метры өсөн 7,46 һумдан 10 һумға еткергән. Һөҙөмтәлә, йыл дауамында йыйылған аҡсаға ҡыйыҡ алыштырылған. Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында республикала капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе арттырырға ҡарар ителгән. Үҙгәртеү ҡасан көсөнә инере әлегә билдәһеҙ.
Фатир хужалары был түләүҙе киләсәккә инвестиция итеп ҡабул итергә тейештер. Капиталь ремонт өсөн иғәнәне арттырыу – ул түләүҙәрҙе арттырыу ғына түгел, ә күп фатирлы йорттарҙы йәшәү өсөн уңайлы итеү, уларҙа мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәү өсөн шарттар булдырыу ҙа. Әлбиттә, дәүләт тарафынан капиталь ремонт программаһы хуплана, әммә фатир хужаларыһыҙ был мәсьәлә хәл ителә алмай. Хужалар төҙөк, йылы, яҡты йортта йәшәргә теләй икән, иғәнәләр артыуына ла ҡаршы килмәҫ.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
“Беҙ был программаны ауыл ерендә йәшәүселәргә ярҙам итеү маҡсатында башлап ебәрҙек. Әгәр ҙә муниципалитетта күп фатирлы йорттар әҙ икән, тимәк капремонт өсөн иғәнә лә күп йыйылмай, ремонт өсөн аҡса оҙаҡ йылдар тупланасаҡ. Программа республика һәм муниципаль бюджет аҡсаһы һәм фатир хужалары түләгән иғәнәләр ярҙамында бергәләп финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла. Йыл һайын был сумма арта бара.”
Рәйсә Гүләева, “Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы”ның күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереү мастеры:
– Беҙҙең районда күп фатирлы йорттар күп түгел. Уларҙа 3 меңгә яҡын кеше йәшәй тип иҫәпләнә. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре Иҫәнғолда 49 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә. Бер нисәүһе авария хәлендә. Уларҙа йәшәүселәр капиталь ремонт өсөн иғәнәләр түләмәй.
Зәлиә Байғусҡарова.