Женщине после 40 лет витамин В12 нужен как воздух!
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт Общество
4 Апрель , 14:45

Матур йәшәү үҙебеҙҙән тора

27 мартта район хакимиәте бинаһының ҙур залында күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең сираттағы форумы үтте

Матур йәшәү үҙебеҙҙән тора
Матур йәшәү үҙебеҙҙән тора

Сарала район хакимиәте, Иҫәнғол ауыл биләмәһе, “Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы” ойошмаһы, “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күмертау филиалы Иҫәнғол эксплуатациялау хеҙмәте, “Башкирэнерго” ЯСЙ-һы Күмертау электр селтәрҙәре производство бүлексәһенең Ейәнсура район электр селтәрҙәре вәкилдәре, шулай уҡ күп фатирлы йорттар старосталары һәм фатир хужалары ҡатнашты. Форумды район башлығы Дәмин Юланов һәм уның төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Роберт Мәсәғүтов алып барҙы.

  • Беҙҙең ойошма район үҙәгенең күп фатирлы йорттарын, предприятиеларҙы, ойошмаларҙы йылылыҡ, һыу менән тәьмин итә, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙан шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән шөғөлләнә. Бынан тыш, 33 665,61 кв.м майҙанлы 58 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерәбеҙ, ағымдағы ремонт эштәре башҡарабыҙ. Ошо йорттарҙың 57-һе үҙәк һыу, 42-һе үҙәк йылытыу системаһына тоташтырылған. Үткән йыл ойошма хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡыйыҡтарҙағы, йорттар тирәһендәге ҡарҙы таҙартыу, ҡарҙы һәм эре габаритлы сүп-сарҙы сығарыу, йорттар тирәһендәге ҡоймаларҙы алыштырыу кеүек ағымдағы эштәрҙе башҡарҙы. Бынан тыш заявкалар буйынса ла эш алып барылды, канализация һәм һыу торбаларын өлөшләтә алыштырыу, вентиляцион каналдар һәм төтөн юлдары урынлаштырыу, фасадтарҙы өлөшләтә ремонтлау кеүек эштәрҙе лә башҡарҙыҡ. Йылытыу системаһында 14-се ҡаҙанлыҡта циркуляцион насос, крандар алыштырылды, насостарға ревизия үткәрелде.Һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү буйынса, әлбиттә, ҡытыршылыҡтар күп. Йыш ҡына барлыҡҡа килгән торбаларҙың эшлектән сығыуын эшселәр тиҙ арала башҡарып ҡуйырға тырыша. Күп осраҡта авария мәлдәрендә бөтә Иҫәнғолда һыуҙы туҡтатып торорға тура килә. 2025 йылда торбаларҙы алыштырыу буйынса күләмле эштәр көтөлә.

Ағымдағы йылда ҡайһы бер подъездарҙа косметик ремонт үткәреләсәк, ҡайһы бер йорттарҙың фасады һәм ҡыйыҡтары төҙөкләндереләсәк, – тине үҙ сығышында “Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы” етәксеһе Наил Атнағолов.

Район башлығының төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Роберт Мәсәғүтов капиталь ремонт эштәрен башҡарыуға туҡталды:

– Нефтселәр һәм Октябрь революцияһы урамындағы ике йортта йылылыҡ системаһын алыштырыу 4 321 213,93 млн һум торош итте.  Коммунистик һәм Октябрь революцияһы урамдарында  4 010 691, 06 млнһумға ике йорттоң ҡыйығы яңыртылды. 2025 йылда Комсомол урамындағы ике йортта йылылыҡ системаһы торбаларын алыштырыу планлаштырылған.

Төбәк операторы һәм Федераль суд приставтарының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы менән берлектә капиталь ремонт, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин иткән өсөн ҡаралған түләүҙәрҙе ваҡытында түләмәүселәргә ҡарата әүҙем эш алып барыла. Ошондай уҡ эште  Ейәнсура район хакимиәте ҡарары менән булдырылған ведомство-ара комиссия ла алып бара. Комиссия тарафынан алты ултырышта 500-ҙән артыҡ бурыслының эше ҡаралған. Һөҙөмтә бар, иғәнәләрҙе түләү 35%-ҡа артҡан. Комиссия эш башлар алдынан бурыс 7 млн һумдан артҡан булһа, 2025 йылдың мартына был һан 3 млн һумға кәмегән.

Бығаса капиталь ремонт өсөн иғәнәләр артыуы хаҡында билдәле булғайны инде. Уның тураһында район хакимиәтенең төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш белгесе Лена Псәнчина:

  • Капиталь ремонт өсөн йыйылған иғәнәләр фонд тарафынан дөрөҫ бүленә, бер нисә йыл алдан капиталь төҙөкләндереү эштәре планы төҙөлә. Әммә төҙөлөш материалдары, башҡарылған эш өсөн хаҡтарҙың артыуы сәбәпле, төбәк операторы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “2025 йылда Башҡортостан Республикаһының ҡала округтары һәм муниципаль райондарында күп фатирлы йорттарҙың ҡатына ҡарап, күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милеккә капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙең минималь күләмен билдәләү тураһында” проектына таянып, 2025 йылдың 1 майынан капиталь ремонт өсөн минималь иғәнәләр күләме алты ҡатҡа тиклемге куп фатирлы йорттар өсөн квадрат метрына 12, 5 һум, ә алты ҡаттан юғарыраҡ йорттар өсөн 13,2 һум тип билдәләнде.

Ысынлап та, капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙең артыуы – ул мәжбүри сара. Йорттар төҙөк, подъездар таҙа һәм яҡты булһын тиһәк, уның өсөн түләргә лә тейешбеҙ. Крандарҙан аҡҡан эсәр һыу, фатирҙарҙың йылы булыуы ла хаҡ талап итә. Һәр хеҙмәт, һәр эштең хаҡы бар, шул иҫәптән коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең дә эше лайыҡлы түләнһен ине. Матур йәшәү үҙебеҙҙән тора икәнен онотмайыҡ.

Шулай уҡ “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһының Күмертау филиалының баш инженер урынбаҫары Евгений Зубков компания менән яңыртылған килешеүҙе төҙөүҙе тотҡарлыҡтарһыҙ башҡарған өсөн ейәнсураларға рәхмәтен еткерҙе һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Форум аҙағында фатир хужалары етәкселәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алды. Хәйбуллин урамындағы ике ҡатлы йортта йәшәүсе Рәшит Зыятовты һыу торбаларыныңэшлектән сыға барыуы борсой. Шуға ла “Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы” ойошмаһы бында пландан тыш ремонт эштәре башҡарырға ҡарар итте. Бынан тыш Төҙөлөш урамындағы йортта йыл дауамында подвалда һыу ятыуы, шунлыҡтан фатирҙарҙағы юғары дымлылыҡ борсоуы хаҡында лә әйтеп үттеләр.

Әлбиттә, бындай форумдар үтергә тейеш, фатир хужалары, старосталар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы етәкселәр менән уртаға һалып һөйләшергә, уларҙы сисеү юлдарын эҙләргә тейеш. Әммә был форумда тап фатир хужаларының һәм старосталарҙың әҙ булыуы күңелде ҡырҙы.

 

 

“Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы” ойошмаһы тарафынан 2024 йылда судҡа 3,580 млн һумлыҡ 70 дәғүә ебәрелгән, 2023 йылда дәғүәләр 113 булған һәм 1,549 млн һум тәшкил иткән. Мәжбүри түләтеүҙәрҙән ойошмаға 753 мең һум аҡса күскән.

 

Лена Псәнчина, Төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш белгесе:

  • “Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған ойошма фонды ун бер йыл эшләп килә. Фонд Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 2013 йылда барлыҡҡа килгән. Артабан 2014-2055 йылдарға капиталь ремонт буйынса республика программаһы булдырылып, уға Башҡортостандың 17 141 күп фатирлы йорто индерелгән.  Ошо ваҡыт эсендә программаға ярашлы 8 228 йорт ремонтланған да инде. 41,2 млрд һумлыҡ 12 529 төрлө эш башҡарылған.

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:

“Йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү, подъездарҙы модернизациялау– йәмғиәттәге иң сетерекле темалар. Халыҡ уларға ҡарата битараф түгел, ҡайһы ваҡыт ыңғай, ә етешһеҙлектәр булһа – кире ҡарашта. Шуға күрә лә был эштәрҙә бик иғтибарлы булыр кәрәк”.

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: