Азат Абдуллин 1930 йылдың 26 июнендә Үрген ауылында тыуған. Уның балалыҡ йылдарын бер туған апаһы Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы ошолай иҫкә ала ине:
– Ҡустым 8-се класты Үргендә бөтөрҙө, шунан һуң ул ваҡытта ике райондағы берҙән-бер Абзан башҡорт урта мәктәбен тамамланы. Бәләкәйҙән тиҫтерҙәре менән аралашыусан ине, улар менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Яҡшы уҡыны, тәртипле булды. Әҙәби китаптарҙы күп уҡыны, апай, мин яҙыусы булам, ти торғайны. Бала саҡ хыялы тормошҡа ашты.
Миҙхәт Байназаров, һабаҡташ дуҫы:
– Азатты мин 1945 йылдың 1 сентябренән, беҙҙең мәктәптә 9-сы класта уҡый башлаған сағынан беләм. Ул йәшенә ҡарата ғәжәп етди, уйсан булды. Беҙ уйнап-көлөп, шаярып йөрөгән малайҙарҙан, тиҫтеребеҙ булһа ла, ошо яғы менән ныҡ айырыла ине. 10-сы класты бөткәндә: «Донъяла билдәле яҙыусы булырға ине», – тигән һүҙҙәре бөгөнгәсә хәтерҙә уйылып ҡалған. Шул ваҡытта уҡ алға ҡарап, киләсәген уйлап йөрөгәндер, тигән фекерҙәмен хәҙер.
БДПИ-ның тарих-филология факультетында белем алғас, Азат Абдуллин 1953-1956 йылдарҙа Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының аспирантураһында уҡый. Уны тамамлағас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Тиҙҙән профессиональ яҙыусы булып китә.
Әҙип тәүге әҫәрҙәрендә үк, реаль материалдарға нигеҙләнеп, заман геройҙарын һүрәтләүгә ынтыла, тормошта әүҙем позицияла торған көрәш кешеләрен күрһәтеү барған һайын асығыраҡ төҫ ала. Ижад юлының башында ул үткән быуаттың 30-сы йылдарында Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында зоотехник булып эшләп, 23 йәшендә генә фажиғәле һәләк булған шағир Сергей Чекмарев хаҡында материалдар йыя, уның тормошон һәм поэзияһын тикшереү менән шөғөлләнә. Чекмаревтың көрәш менән үткән ғүмерен һәм героик образын яҙыусы «Онотма мине, ҡояш!» исемле драмаһы һәм повесында һынландырҙы. Тап ошо әҫәрҙәре Азат Абдуллинға үҙ темаһын, геройҙарын билдәләргә ярҙам итә, уның яҙыусы, драматург булараҡ үҫеү юлын күрһәтә. Бер аҙ һуңыраҡ баҫылып сыҡҡан «Аҡтан-аҡ һөт» һәм «Ҡыҙыл ысыҡ» исемле повестарында ла автор геройҙарын тормоштан эҙләп таба.
Әҙәбиәттә уңышлы эшләүе менән бергә Мәскәүҙә сыҡҡан үҙәк гәзит-журналдарҙа заман ҡуйған көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреүе, уларға принципиаль рәүештә баһа биреүе Азат Мөхәммәт улына илдә генә түгел, донъя күләмендә танылған әҫәрҙәр тыуҙырырға булышлыҡ итә. СССР-ҙың 150-нән артыҡ һәм донъяның 35 иле театрҙары ҡуйған «Ун өсөнсө председатель» (1979 йыл) шундай үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙең береһе булды. Драманың үҙәгендә – заманынан алда барыусы кеше трагедияһы. 1985 йылда автор уның дауамын – «Һуңғы уҙаман» пьесаһын ижад итә.
Пьесаларҙа төп көрәш донъяға, эшкә төрлөсә ҡараш, яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, хаҡлыҡ менән нахаҡлыҡ араһында бара. Сәғәҙиевты төрмәгә ултыртҡас, район етәкселәре, ҙур бәләнән ҡотолғандай, иркен һулай. Төп герой дүрт йылдан ҡайта. Колхоз танырлыҡ түгел, ирешелгәндәр юҡҡа сығып бөтә яҙған... Әҫәр 70-се йылдар аҙағындағы ысынбарлыҡты дөрөҫ сағылдырыуы менән ҡиммәтле. Ләкин был проблемалар күп йәһәттән бөгөн дә ошолай уҡ бик ҡырҡыу тора түгелме ни?
Әҙиптең ижадында Рудольф Нуриевҡа арналған «Раббым баҡсаһы» (2001) драмаһы айырым урын алып тора. Унда мәңгелек идеал эҙләүгә дусар булған ижадсы яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Әҫәрҙе 2004 йылда беренсе булып Мәскәүҙә Роман Виктюктың театры сәхнәгә ҡуя. Спектакль юғары баһалана, театр уның менән тотош Рәсәйҙе урап сыға, донъяның күп кенә илдәрендә, шул иҫәптән Германияла, Англияла, АҠШ-та, Израилдә, Австралияла була. «Пьеса әле лә сәхнәнән төшмәй, театр ҡабатлап АҠШ-та гастролдәрҙә булып, «Раббым баҡсаһы» менән Нью-Йорк, Вашингтон, Бостон, Чикаго һәм башҡа ҡалаларҙың тамашасыларын шатландырҙы», – тип һөйләй театрҙың директор урынбаҫары Григорий Пумашев.
Драматургтың «Боҙло тәхет» пьесаһында (2013) илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ун йыл тормошо һүрәтләнә. 1930 йылда ил етәксеһе И. Сталин: «Алдынғы илдәрҙән бер быуатҡа артта ҡалғанбыҙ икән, ун йыл эсендә уларҙы йүгереп ҡыуып етергә тейешбеҙ, юғиһә беҙҙе иҙеп китәсәктәр», – тип белдерә. Бар донъяны таң ҡалдырып, ҡатмарлы, рәхимһеҙ шарттарҙа дошмандар ҡамауында, тарихи осор сикләүҙәрендә Сталин етәкселегендә хәл ителгән проблемалар һәм ул өлгөрмәгән йә уға хәл итергә мөмкинлек бирелмәгән мәсьәләләр бөгөн беҙҙең йәмғиәт өсөн көнүҙәк һабаҡ булып тора. Бигерәк тә Украина ваҡиғаларына бәйле халыҡ-ара хәл-торош шарттарында.
Йәмғиәттәге сетерекле мәсьәләләргә үҙ ҡарашы булған, уй-фекерҙәрен ваҡытында әйтә барған Азат Абдуллиндың ижадында ла, тормошонда ла сикләүҙәр һәм тыйыуҙар бихисап булды. Тәүге пьесаһы «Онотма мине, ҡояш!» (1963 й.) буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған спектаклде тамашасы бик йылы ҡабул итә, Арыҫлан Мөбәрәков, Бәҙәр Йосопова, Вәли Ғәлимов кеүек атаҡлы театр әһелдәре хуплап ҡаршы ала. Әммә спектаклдең ғүмере ҡыҫҡа була, биш тапҡыр ғына ҡуйылғандан һуң ул КПСС-тың Өлкә Комитеты тарафынан сәхнәнән алып ташлана, йәнәһе, ул партияға ҡаршы, идея яғынан зарарлы. Бындай һығымта өсөн пьесала ни бары кешеләрҙең хөрмәтенә лайыҡ булмаған район етәксеһе образын дөрөҫ кәүҙәләндереү генә етә. Әллә замана түрәләре унда үҙҙәрен танынымы икән? Пьеса йәш драматург өсөн бер ҡазаға әйләнә. Спектакль тыйылғандан һуң Өлкә Комитетында башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәрҙәре менән ҙур кәңәшмә үткәрелә. Республика етәкселәренең береһе трибунанан: «Бындай «писакаларҙан» әҙәбиәттә эшләү хоҡуғы тартып алынырға тейеш», – тип белдерә. Артынса ижади коллективтарҙа йыйылыштар үткәрелеп, «зарарлы» пьесаны фашлау башлана. Был осраҡта байтаҡ яҙыусылар үҙҙәрен бик үк дәрәжәле тотмай. Республиканың төп гәзиттәренең береһе «Советская Башкирия» үҙ уҡыусыларына А. Абдуллин – тунеядец (әрәмтамаҡ) тип хәбәр итә, ә унан «тунеядец»тың яҡшы пьеса яҙыуы мөмкинме?» – тип һығымта ла яһап ҡуя. Етәкселек Абдуллин яҙғандарҙың береһе лә республика матбуғатында баҫылырға тейеш түгел, тип күрһәтмә лә бирә. Яҙыусы Мәскәүгә китергә мәжбүр була, ғаиләһе тарҡала.
Әммә заман Азат Абдуллиндың был көрәштә еңеүсе икәнен раҫлай. Пьеса 1967 йылда Мәскәүҙә «Театр» журналында баҫылып сыға һәм яңынан сәхнәгә юл яра. Ул башлап Мөхтәр Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ академия театрында донъя күрә, артабан илдең байтаҡ сәхнәләрендә ҡуйылып, киң билдәлелек яулай.
«Ун өсөнсө председатель»дең премьераһы 1979 йылда Евгений Вахтангов исемендәге академия театрында була. Спектакль КПСС Үҙәк Комитетының идеология мәсьәләләре буйынса секретары М. Сусловтың, СССР Прокуратураһының, партияның күп кенә Өлкә Комитеттарының ҙур ҡаршылығына осрай. Ләкин мәсьәләгә СССР Министрҙар Советы рәйесе А. Косыгиндың ҡыҫылыуы, киң йәмәғәтселектең һәм үҙәк матбуғат сараларының яҡлауы, вахтанговсыларҙың ныҡлы позицияһы арҡаһында ғына спектакль ҡотҡарып ҡалына.
Нахаҡ ғәйепләүҙәр, нигеҙһеҙ ҡыйырһытыуҙар әҙипте сыныҡтырыу менән бергә, уның башҡаларға ҡарата иғтибарлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәтен көсәйтә. Күп осраҡта лайыҡһыҙ булып та, юғары исем, награда өсөн хатта йәндәрен һатырға әҙер тороусылар була. Ә бына 1988 йылда «Ун өсөнсө председатель» драмаһы республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһына тәҡдим ителгәс, Башҡортостандың бер ниндәй наградаһына эйә булмаған Азат Абдуллин, үҙе кеүек күп эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән дуҫы Рәми Ғарипов файҙаһына премиянан баш тарта. Ошо үҙе генә лә уның юғары кешелек сифаттары тураһында һөйләмәйме ни?
Эйе, әҙип тормош ығы-зығыларынан, ваҡлыҡтарынан өҫтөн торҙо, юғары була белде. Яҙыусы исеменә, яҙыусы әхлағына, намыҫына тап төшөрмәне.
Азат Мөхәммәт улы 2023 йылдың 11 ноябрендә 93 йәшендә Мәскәү ҡалаһында вафат булды һәм шунда ерләнде. Яҙыусының «Әсә һәм ул» исемле автобиографик романы ҡалды. Артабан уны китап итеп сығарыу бурысы тора.
Замандаштары яҙыусы тураһында
Ғайса Хөсәйенов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
«Ил сәхнәләрендә генә түгел, бик күп сит ил театрҙарында ҡуйылған «Ун өсөнсө председатель» драмаһы менән Азат Абдуллин башҡорт драматургияһын бөтә донъя күләменә алып сыҡты».
Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
«Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» пьесаһы әҙиптең хаҡлыҡ хаҡында үҙ һүҙен замандаштарына ваҡытында еткереү өсөн күпме һынауҙарҙы ҡаһармандарса үтеүенең һирәк өлгөләренең береһе булды. 70-се йылдарҙағы кире күренештәр һәм уларҙың сәбәптәре тураһында башҡорт драматургы илдәге иң ҡыйыу, иң уяу ижадсылар менән бергә саң һуҡты».
Рафаэль Аҙнағолов, БДУ профессоры:
«Башҡорт драматургияһында яңы бейеклеккә, үҫешкә, балҡышҡа кем рухи көс, ҡөҙрәт тапҡан? Әлбиттә, Азат Абдуллин! Ун өсөнсө рәйес Сәғәҙиевтағы ҡаһарманлыҡ әҙиптең ҡаһарманлығы түгелме ни? Сәғәҙиев образын донъя шаулатырлыҡ итеп асып һал әле! Бының өсөн бит йөрәк ярһыуы, ажары, бәғер ҡанһырауы менән ижадыңда яныу кәрәк».
Юлай СОЛТАНБАЕВ, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы.
Азат Абдуллин тураһында «Ваҡыт ҡуласаһы» тапшырыуын БЮТ телеканалында 21 июндә сәғәт 16.00-дә ҡарай алаһығыҙ.