Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Июнь 2025, 11:20

Вандалдар үҫәме?

Балаларҙың ҡыуаныслы тауыштары, шат көлөшөүҙәр... Һәр балалар майҙансығы янына килһәң, күңел күтәрелеп киткәндәй. Әммә... ҡатлы-ҡатлы һүгенеү һүҙҙәре лә ишетелеп ҡала. Шул ваҡытта: “Был балаларҙы ата-әсәйҙәре ишетһә, ояттарынан ер тишегенә инеп китерҙәй булырҙар ине...” – тип уйлап ҡуяһың. Ә инде майҙансыҡтың эсенә инһәң... бөтөнләй төңөләһең. Ни өсөнмө? Сөнки район үҙәгендә йәшәүсе балаларҙың күбеһе булғандың ҡәҙерен белмәй, ә, киреһенсә, уны боҙорға, юҡ итергә тырыша! Юғиһә, 1-се микрорайондағы балалар майҙансығы бөгөнгө хәлдә булыр инеме? Унда ҡылынғандар тураһында ишетһәм дә, барып күргәс, шул тиклем аптыраным.

Майҙансыҡ башта уҡ юғары сифатлы, ҡиммәтле тимер селтәр менән уратып алынғайны. Тик ул кәртәләү хәҙер бик насар хәлдә: уны бер нисә урындан һындырып, һүтеп, әллә нимә ҡыландырып бөткәндәр. Эскә ингәс, кәйефем ҡырылды. Ингәс тә, ике яҡлап тимер сүп-сар һауыттары урынлашҡан. Хатта уларҙың да хәле мөшкөл: кәкере, күптән үҙ формаһын юғалтҡандар. Уларҙы был хәлгә еткергәнсе күпме типкеләнеләр икән? Артабан үткәс, майҙансыҡтың уртаһында тиерлек ҙур ғына урында махсус йомшаҡ япма юҡлығы күренде. Унда усаҡ яғыуҙары тураһында видеояҙма таралғайны, тимәк ошо урында... Кескәйҙәрҙең ҡыуанып уйнаған, шатланып йүгерешкән урындарына ут төртөп ултырыусыны күрергә ине! Ниндәй заттан һин, “кеше”?

Түңәрәк бәүелсәктә ике ҙурайып бөткән үҫмер ултыра ине. Фотоға төшөрөп йөрөүемде күргәс, шунда уҡ һыҙҙылар. Мин быны үҙемсә юрап, бәлки, ошо урында эш боҙоусыларҙы күргәндәре барҙыр, йәиһә үҙҙәре лә шундайҙарҙан, тип уйлап ҡуйҙым. Әйткәндәй, түңәрәк бәүелсәк шаҡтай туҙған: аҫтынан ҡалын арҡаны һәм ептәре һүтелеп төшөп тора. Ә уның ҡаршыһында урынлашҡан ике бәләкәй бәүелсәктең береһенең арт яғы бөтөнләй юҡ. Уны һындырыу өсөн ниндәй көс кәрәктер – ул яғы ҡараңғы. Көсөн ҡайҙа итергә белмәгәндәр өсөн “Салауат” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәлә генә бит, егеттәр?!

ГТО майҙансығы үрҙә яҙылған урын менән бер көндә асылған олоһо ла, йәше лә күпләп йөрөй – беләбеҙ һәм күрәбеҙ. Унда ниндәй генә тренажер юҡ, рәхәтләнеп шөғөллән генә. Тик ҡайһы берәүҙәр бында эш боҙорға килә, күрәһең. Майҙансыҡтың кәртәләүе ҡалын металдан тора. Ул буйынан-буйына кәкерәйеп бөткән... Унда йә велосипед менән төкөйҙәр, йә аяҡ көсөн тап ошонда сарыф итәләр. Ҡыҫҡаһы, һүҙ юҡ.

Проектына ҡарап, иҫ киткес матур урын буласағын күҙалланыҡ һәм төҙөлөп бөтөүен түҙемһеҙләнеп көттөк. Әммә... Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балаларын тәртипкә өйрәтмәүен күҙ уңынан ысҡындырғанбыҙ. Һүҙем – Иҫәнғол үҙәгендәге сквер хаҡында. Был майҙансыҡҡа өс төрлө бәүелсәк ҡуйылды. Уларҙың берәүһе район халҡы өсөн бөтөнләй ят – үҙенсәлекле, түңәрәк, төндә төрлө төҫтәр менән яна. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, эргәбеҙҙәге ял урынында ҡайһы бер балаларҙың күкле-йәшелле тауыш менән аҡырыуын, ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенгәндәрен йыш ишетәбеҙ. Бәүелсәктәргә дүртәр-бишәр (!) баҫып бәүелеүҙәрен дә күрҙек. Ҡайһы бер өлкәндәр кеүек өндәшмәй ҡалмайбыҙ, иҫкәрмәләр яһайбыҙ. Әммә үҫмерҙәр шелтәгә бөтөнләй иғтибар итмәй. Ә бер көн сылбыры өҙөлгән бәүелсәк ерҙә ята ине. Уны өҙөр өсөн нисә кеше ултырыуы кәрәк икән: 5, 10 әллә 15?! Бәүелсәк шул кистә урынына эленде, әлбиттә. Әммә күңелдә насар юшҡын, күңелһеҙ тәьҫораттар ҡалды...

Ирекһеҙҙән үҙебеҙҙең бала саҡты иҫләйем. Беҙ үҫкәндә ауылда бер генә тимер бәүелсәк бар ине, уныһы ла балалар баҡсаһы ихатаһында. Барып бәүелеп ҡайта инек. Бөгөнгө уйын майҙансыҡтары, төрлө бәүелсәктәр беҙҙең хыялда ла юҡ ине. Хәҙер иһә балаларҙың күңелле ял итеүенә бөтә мөмкинлектәр, уңайлыҡтар булдырылған. Улар бының ҡәҙерен беләме һуң? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ! Әлбиттә, балаларҙың барыһы ла тәртипһеҙ түгел. Әммә, тирә-йүнебеҙҙе йәмләгән объекттарға шундай мөнәсәбәт тантана иткәндә, барлыҡ иғтибар – тәртибе аҡһаған балаларға.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Зинһар өсөн балаларығыҙ менән даими рәүештә аңлатыу эше алып барығыҙ. Бөгөн ул балалар майҙансығында эш боҙа, ә ҙур үҫкәс нимә эшләйәсәк? Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Һуң булмаҫ борон уянығыҙ!

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас