Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Июль 2025, 14:09

«Хеҙмәтебеҙ – халыҡҡа»

Шулай ти 15 йыл пенсия таратыу буйынса почтальон булып эшләгән Венера Әхмәтшина.

«Хеҙмәтебеҙ – халыҡҡа»
«Хеҙмәтебеҙ – халыҡҡа»

Яңы технологиялар барлыҡҡа килһә лә почта хеҙмәте бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмай һәм халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Райондағы почта хеҙмәткәрҙәре гәзит-журнал, посылка, пенсия, хат һәм башҡа корреспонденцияларҙы еткереү менән бер рәттән халыҡтан төрлө түләүҙәр ҡабул итеү кеүек яуаплы эш башҡара. Техник прогресс тормошобоҙға үтеп инә барһа ла, хеҙмәткә һалған күңел йылылығы, кешенең ихласлығы – хеҙмәтте баһалауҙың төп күрһәткесе булып ҡала. Шулай булмаһа, бер үк шарттарҙа эшләгәндәрҙең төрлө уңышҡа өлгәшеүен нисек аңлатырға?

Венера Тәлғәт ҡыҙы менән осрашҡанда, ул Күгәрсен ауылынан пенсия өләшеп ҡайтып, Мәскәүгә юлға йыйынып йөрөй ине. Унда байрам хөрмәтенә иң яҡшы почта хеҙмәткәрҙәрҙен бүләкләйҙәр икән. Әйткәндәй, тантанаға Башҡортостандан ни бары ике кешене саҡырғандар, уларҙың береһе – беҙҙең райондаш.

Венера Әхмәтшинаның эш тәжрибәһе ҙур. Тәүҙә алты йыл Яңы Себенле биләмәһендә почтальон була. Ул һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡышын – атаһының атын алып, ә йәй велосипед менән Вәлиша, Новониколаевка, Ҡужабаҡ ауылдары араһын тапай, гәзит-журналдарҙы ваҡытында еткерә.

Хеҙмәттәше үҙе эргәһенә район үҙәгенә эшкә саҡырғас, икеләнмәй ризалаша. Һәм бына 15 йыл инде Венера Әхмәтшина пенсия таратыу буйынса почтальон булып эшләй. Ошо йылдарҙа төрлө кешеләр менән осрашырға, аралышырға тура килә.

– Почтальон үҙенең төп бурыстарын ғына үтәмәй, ул шулай уҡ психолог та, һатыусы ла. Хатта ҡайһы бер осраҡта хужалыҡ буйынса ярҙамсы ла. Ул кешене тыңлай белергә, иғтибар бүлергә лә тейеш. Эшебеҙ яуаплы, шул иҫәптән матди яҡтан да. Мин үҙ эшемдең фанаты, бер ҡайҙа ла күскем дә, киткем дә килмәй. Ҡанатланып эшкә китәм, һөйөнөп ҡайтып инәм. Шуға һаулыҡ мөмкинлек бирһә, әле эшләйәсәкмен.

Пенсия көнө – ауылда бер ваҡиға. Беҙҙе ҡыш юлды ҡарҙан таҙартып, ә йәй бөтмәҫ эштәрен ситкә ҡуйып, беҙҙе тәҙрәнән ҡарап көтәләр. Күпселек ололарға аралашыу етмәй. Улар яңылыҡтар тураһында һораша, үҙҙәренең хәлдәрен һөйләй. Минең апай-ағайҙарҙың һәр береһенә айырым ҡарашым бар. Ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы ла һуҙам. Әйткәндәй, пенсия өләшеүҙән тыш, айына 180-200 мең һумлыҡ тауар ҙа һатабыҙ.

Уңышҡа өлгәшеү – ул коллектив менән дөйөм тырышлығыбыҙ, берҙәмлегебеҙ һөҙөмтәһе. Шуға ла мөмкинлектән файҙаланып, коллегаларымды байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Ә беҙҙе көтөп алған райондаштарға тик изге хәбәрҙәр, күптән көтөлгән хаттар һәм ҡыуаныстар теләйем, – ти Венера Әхмәтшина.

Бөгөн ил кимәлендә ололарға хөрмәт, ҡәҙер тураһында һүҙ барғанда, беҙ уларҙың йәшәйешен еңелтергә тырышабыҙ. Тормош барыбер изгелеккә, мөрхәмәткә ҡоролған бит. Венера апай кеүек хеҙмәттәренә йөрәк йылыһын ҡушҡан хеҙмәткәрҙәре булыуы бик ҡыуаныс, әлбиттә.

Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.

Автор:
Читайте нас