– Карина Илһам ҡыҙы, Йәштәр хөкүмәтенең эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт?
– Йәштәр Хөкүмәте — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында йәмәғәт башланғысында эшләгән йәштәр сәйәсәтен ойошторған, республиканың йәш лидерҙарҙын берләштергән башҡарма власть органы. Беҙ, быйыл һайланған 20 йәш министр ике йыл дауамында эшләйәсәкбеҙ. Эшмәкәрлегебеҙҙең төп маҡсаты төбәктең төрлө өлкәһен үҫтергә йүнәлтелгән социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу булһа, республика етәкселеге Йәштәр хөкүмәтендә кадрҙар резервын күрә. Мәҫәлән, тәүге ике саҡырылыш составы хәҙер Республика министрлыҡтарында үҙ йүнәлештәре буйынса эшләүен дауам итә.
– Һеҙ, туризм министры булараҡ, нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Бөгөн барыбыҙ ҙа Башҡортостанда дәүләт инициативаһы һәм йәштәрҙең әүҙем позицияһы ярҙамында туризм һәм эшҡыуарлыҡтың баланслы үҫешен күрәбеҙ. Йәштәр хөкүмәте иһә шул үҫеш аша төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһауҙа мөһим роль уйнай.
Мин йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларын һәм инициативаларын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәм. Йәштәргә стартаптар һәм бизнестың үҫешенә кәрәкле шарттар тыуҙырыу; туризмды үҫтереү, Башҡортостандың мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын популярлаштырыу буйынса проекттарҙы һәм инициативаларҙы аңлатыу; йәштәр өсөн эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса белем биреү программаларын ойоштороу; туризм һәм эшҡыуарлыҡ өлкәләренә инвестиция йәлеп итеү, инфраструктураны үҫтереү буйынса дәүләт, муниципаль һәм шәхси органдар менән хеҙмәттәшлек итеү; йәштәрҙең әүҙемлеген арттырыу һәм инновацион проекттарҙы үҫтереү маҡсатында саралар, форумдар һәм конкурстар үткәреү – ошолар барыһы ла минең төп бурыстарым.
– Республиканың Йәштәр хөкүмәтендә эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры булыу – йәмәғәт эше. Был вазифа төп эшегеҙгә ҡамасауламаймы?
– Ваҡытымды дөрөҫ планлаштырырға, эш, йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм шәхси тормош араһында баланс һаҡларға өйрәнгәнмен. Әүҙем йәмәғәт тормошом һөнәри эшмәкәрлегемә ҡамасауламай, киреһенсә байыта ғына. Кешеләр менән аралашыу һәм төрлө проекттарҙа ҡатнашыу лидерлыҡты һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Шулай уҡ, йәмәғәт эшендә ҡатнашыу йәмғиәттең ихтыяжын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Былар, директор урынбаҫары булараҡ, минең өсөн бик мөһим.
- Ә был йәмәғәт эшенә нисек килдегеҙ?
- Ғөмүмән, мин йәмәғәтсе. Ә Йәштәр хөкүмәтенең яңы саҡырылышына үтәсәк конкурста үҙемде һынап ҡарарға бығаса шул вазифала эшләгән ҡыҙ тәҡдим итте. Беҙ уның менән бергә Мәскәүҙә, ВДНХ-ла үткән “Рәсәй” күргәҙмә-форумында Башҡортостан экспозицияһында экскурсовод-гид булып эшләгәйнек. Йәштәр хөкүмәтенең яңы составына эләгеү еңел булманы. Башта тест үттек, йәштәр министры Вито Сабиров менән әңгәмәләштек һәм аҙаҡтан үҙебеҙҙең проектты яҡланыҡ. Һынауҙарҙа иң юғары балл туплағандар, шул иҫәптән мин дә, Йәштәр хөкүмәтенә министр итеп тәғәйенләндек.
– Ейәнсура йәштәренә, йәш эшҡыуарҙарға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Йәштәргә кәңәшем шул: ҡыйыу булығыҙ! Эш башларға уйығыҙ булһа, тотоноғоҙ һәм барыһы ла килеп сығасаҡ. Хөкүмәт тарафынан ярҙам төрҙәре күп. Мәҫәлән, Иҫәнғолда “Минең бизнесым” үҙәге эшләй. Бында йәш эшҡыуарҙарға консультация, белем алыу мөмкинлеге бар, финанс ярҙамы юлларға ла була, коммерцияға бәйле сараларҙа ҡатнашырға ла ярҙам итерҙәр. Икенсенән, йәш эшҡыуарҙарға районда үткәрелгән “Инвестициялар сәғәте”ндә ҡатнашырға кәңәш бирер инем. Телеграмдағы “Росмолодежь. Предпринимай” каналына яҙылһалар, эшҡыуарлыҡҡа ҡағылған актуаль яңылыҡтар менән беренселәрҙән булып таныша алалар. Ғөмүмән, районда йәштәр хакимиәте булдырғандан һуң ҡыҙҙар-егеттәр әүҙемләшер, эшҡыуарлыҡ үҫешер тип уйлайым.
– Йәштәр хакимиәте. Нимә һуң ул?
– Муниципаль район хакимиәте янындағы йәштәр хакимиәтенең төп маҡсаты – райондың үҙидара органдарына кадрҙар резервы булдырырлыҡ йәштәр командаһын туплау. Унда, Положениеға ярашлы, конкурс буйынса һайлап алыу ҡарала. Муниципаль райондың йәштәр хакимиәте беренселәрҙән булып Ҡалтасы районында эшләй башлағайны. Хәҙер шулар өлгөһөндә Ейәнсура районында ла булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр бара.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
БЕЛЕШМӘ
Карина Тимербаева Аҡдәүләт ауылында Илһам Ислам улы һәм Сәлимә Сулпан ҡыҙы Ялчиндарҙың ғаиләһендә донъяға килгән. Абзан урта мәктәбендә белем ала. Район, республика кимәлендә төрлө олимпиаларҙа ҡатнаша, мәктәпте тик “бишле”гә бөтә. Өфө дәүләт нефть техник университетында бакалавриат һәм магистратура тамамлай. Кейәүҙә. Тормош юлдашы – Биштирәк егете Рәмзил Рәүеф улы Тимербаев.
Хеҙмәт юлын үҙе уҡыған университетта студенттар карьера үҙәгендә етәксе ярҙамсыһы булып башлай. 2022 йылдан «Горизонт» балалар туризмы, тыуған ерҙе өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәгендә өҫтәмә белем биреү педагогы, педагог-организатор булып эшләй. Быйылдан – директор урынбаҫары.