Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Июль 2025, 09:55

Танылған режиссер ине

Салауат Итбаевтың тыуыуына – 80 йыл

Танылған режиссер ине
Танылған режиссер ине

Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре Салауат Мостафа улы Итбаев 1945 йылдың 18 июлендә Ейәнсура районының Бикбау ауылында тыуған. Бикбау һигеҙ йыллыҡ һәм Күгәрсен урта мәктәптәрен тамамлай.
Уның ижади юлы 1973 йылда Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағас башлана. Һуңғараҡ ул Мәскәүҙә Эстрада режиссерҙарының юғары институтында белем ала.
Салауат Мостафа улы эстрада артисынан күп яҡлы профессиональ белемгә эйә булған киң ҡарашлы, үҙенсәлекле, танылған режиссерға, Башҡортостан дәүләт филармонияһының художество етәксеһенә тиклем юл үтә. Салауат Итбаев филармонияла 200-ҙән ашыу театрлаштырылған концерт программаларын ҡуя. Уларҙың иң сағыуҙары: «Мәңгелектең йәне – моң», «Йыр һөйгәндәр ҡартаймай», «Йырҙар нығыта дуҫтар араһын», «Сихри бер кистә» һ.б.
Шулай уҡ уның күп һанлы фельетондары, монологтары һәм сатирик хикәйәләре «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» эстрада миниатюралары төркөмөнөң репертуарында лайыҡлы урын ала. Бынан тыш ул бихисап популяр йырҙарҙың текстары авторы.
Режиссер С. Итбаев «Далан» эстрада төркөмө өсөн ҡуйған «Башҡорт балы» программаһы республикала ла, Рәсәй төбәктәрендә лә бик резонанслы була. Уның «Йәдкәр» фольклор төркөмө өсөн сәхнәләштергән «Мираҫ» һәм «Урал итәгендә» программалары Баку ҡалаһында төрки телле халыҡтарҙың халыҡ-ара конкурсында юғары баһалана.
Уның һөнәренә тоғролоғо, арымай-талмай эшләү һәләте һәм маҡсатҡа ынтылышы, даими рәүештә яңы эш формалары эҙләүе сәнғәт донъя­һында киң танылыу ала.
Салауат Мостафа улының ижади эшмәкәрлеге юғары баһаланды һәм ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы исемдәренә ла­йыҡ булды.
Салауат Итбаев шулай уҡ Өфөлә «Ейәнсура» яҡташтар ойошмаһын булдырыуҙа иң әүҙем ҡатнашҡан шәхестәрҙең береһе булды һәм уны 15 йылдан ашыу уңышлы етәкләне.
Салауат Мостафа улы 2020 йылдың декабрендә вафат булды һәм тыуған ауылы зыяратында ерләнде. Уның тураһында яҡты хәтирәләр күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Башҡорт дәүләт филармонияһы йәйге ялда булыу сәбәпле, Салауат Итбаевҡа арналған хәтер кисәһе 14 октябргә билдәләнгән. Унда танылған эстрада артистары ҡатнашасаҡ.
Тыныс йоҡла, ил ағаһы!
Юлай Солтанбаев.

Читайте нас