Апайҙарҙың күңеленә Йошкар-Олалағы “Йошкин кот”, “Йошкина кошка”, уларҙың ҡала буйлап таралған ете “балаһы” скульптуралары, голланд, итальян кварталдары, Чебоксарылағы Милли музей, ботаник баҡса хуш килгән.
– Барлыҡ ейәнсураларға кәңәш итәбеҙ: мөмкинлегегеҙ булһа, мотлаҡ ошо ҡалаларҙы барып күрегеҙ! Шул тиклем матур, һоҡланғыс урындар! – ти сәйәхәтселәрҙең береһе Лира Мөхәмәтова.
Әйткәндәй, апайҙар иҫтәлекле урындарҙа башҡортса таҡмаҡ әйтеп, бейеп тә алғандар. Матур телебеҙҙе, моңдарыбыҙҙы сит милләт кешеләренә күрһәткәндәр. Афарин!