Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
30 Октябрь 2025, 11:15

“Маҡсатлы йәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ”

Аҙаҡҡы йылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға ҙур иғтибар бүленә. Йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, уларҙы әүҙемләштереү буйынса ла эш алып барыла. Был йәһәттән район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек мәғариф бүлеге, йәмәғәт ойошмалары, ветерандар һәм йәштәр берләшмәләре, ирекмәндәр, уҡыусылар һәм студенттар менән тығыҙ бәйләнештә. Был бүлекте ун йылға яҡын Венер Фәнил улы Сабитов етәкләй. Уның менән әңгәмәлә райондың спорт тормошо, йәштәр һулышы тураһында фекер алыштыҡ.

“Маҡсатлы йәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ”
“Маҡсатлы йәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ”

Аҙаҡҡы йылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға ҙур иғтибар бүленә. Йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, уларҙы әүҙемләштереү буйынса ла эш алып барыла. Был йәһәттән район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек мәғариф бүлеге, йәмәғәт ойошмалары, ветерандар һәм йәштәр берләшмәләре, ирекмәндәр, уҡыусылар һәм студенттар менән тығыҙ бәйләнештә. Был бүлекте ун йылға яҡын Венер Фәнил улы Сабитов етәкләй. Уның менән әңгәмәлә райондың спорт тормошо, йәштәр һулышы тураһында фекер алыштыҡ.

  • Венер Фәнил улы, һуңғы йылдарҙа халыҡты спортҡа йәлеп итеүгә иғтибар арта, яңы мөмкинлектәр тыуҙырыла, килешәһегеҙме?

– Был ысынлап та шулай. Аҙаҡҡы биш йылды ғына алайыҡ, Иҙелбәк, Күгәрсен, Таҙлар, Иҫәнғол ауылдарында күп функциялы спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Шулай уҡ “Ал елкән” лагерында ла ошондай майҙансыҡ урынлаштырылды. Үрге Муйнаҡ, Күгәрсен, Арсен һәм Иҫәнғолда воркаут, йәғни урамда гимнастика һәм күнекмә эшләү өсөн ҡоролмалар ҡуйылды. Район үҙәгендә ике урында төрлө тренажерҙар менән ГТО нормативтары тапшырыу урыны асылды. Быйыл “Реаль эштәр” проекты ярҙамында Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбе ихатаһында һәм “Айыҡ ауыл - 2024” конкурсында еңгән аҡсаға Кинйәбулат ауылында спорт майҙансыҡтары төҙөлдө. 

– Әлбиттә, былар барыһы ла район халҡына буш ваҡытын һаулыҡ өсөн файҙалы үткәреүгә булышлыҡ итә. Ә балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә килгәндә?

– Уҡыусыларҙы спортҡа йәлеп итеү өсөн ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, беҙҙең районда мәктәп спортзалдарында барыһында ла тиерлек капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Киләсәктә Иҙелбәк һәм Үтәғол мәктәптәре спортзалдарын ремонтлау планлаштырыла. Әйткәндәй, аҙаҡҡы йылдарҙа матди-техник база күпкә тулыланды. 2024 йылда “Реаль эштәр” проекты ярҙамында 700 мең һумлыҡ спорт ҡоролмаһы һатып алынһа, бығаса “Һәр баланың уңышы” программаһы сиктәрендә мәктәп спортзалдарына Арсенға – гандбол,  Таҙларға – нәфис гимнастика, 1-се мәктәпкә мини-футбол өсөн ҡорамалдар һатып алынғайны.

Районда электән популяр булған спорт төрҙәренә яңылары өҫтәлә. Һуңғы өс йылда уҡ атыу менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Шулай уҡ алты төрҙө берләштергән “Бәйге”лә лә һабантуй кеүек ҙур сараларҙа халыҡ теләп ярыша.  

  • Ғөмүмән, ярыштар хаҡында айырым туҡталһаҡ?
  • Ярыштар районда йыл дауамында бара. Әйтергә кәрәк, улар төрлө йәштәге райондаштарҙы берләштергән үҙенә күрә бер байрамға әүерелә. Район үҙәге ойошмалары араһында үткән спартакиаданы ғына алайыҡ. Унда йыл да 32 команда осраша ине, быйыл тағы ла берәү өҫтәлде. Эске эштәр министрлығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар ҙа команда ҡуйырға теләк белдерҙе.

Шундай уҡ спартакиада биләмәләр командалары араһында ла үткәрелә. Унда 15 биләмә лә ҡатнаша. “Милләттәр кросы”, “Рәсәй саңғы юлы” кеүек Бөтә Рәсәй акцияларынан ситтә ҡалмайбыҙ. Шулар араһында район башлығы призына үткәрелгән саңғы ярыштары ҡатнашыусылар һаны күплеге менән айырылып тора. 

  • Белеүебеҙсә, спортсылар райондан ситтә лә  һөҙөмтәле сығыш яһай.

– Эйе, беҙҙең спортсылар зона һәм республика ярыштарында ла ҡатнашып, уңыштар яулай. Тренер Фәнис Сөләймәновтың йәш баскетболсылары – “Ҡыҙғылт-һары туп” республика чемпионатында лидерҙар. Бынан тыш саңғы, мини футбол, дзюдо буйынса зона һәм республика ярыштарында ла призлы урындар яулайҙар.

Волейболсы ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары зонала гел еңеүсе булып, республика ярыштарында ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, ирҙәр командаһындағы уйынсыларҙың күбеһе 40 йәштән өлкән булһа ла, яҡшы физик формала. Ғөмүмән, ҡыуандырырлыҡ һөҙөмтәләр күп.

Төрлө йылдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан булдырылған “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашып, ете тренерҙың грантҡа лайыҡ булыуы ла Ейәнсурала спорттың үҫешкәнлеге тураһында һөйләй.

  • ГТО майҙансыҡтарында күнекмәләр яһаусыларҙы йыш күрергә тура килә. Ә нормативтар тапшырыу тураһында нимә әйтерһегеҙ?
  • Эйе, ГТО майҙансыҡтары, ауылдарҙа ла спорт ҡоролмалары ҡуйылған майҙансыҡтар барлығы хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Өҫтәүенә, район башлығы ҡарары менән ауылдарҙа мәктәп спортзалдары кис асыҡ булырға тейеш. Кемдер күнекмәләр яһай, бәғзеләр волейбол, баскетбол уйнай – был халыҡтың физик яҡтан сыҙамыраҡ, көслөрәк, етеҙерәк булыуына булышлыҡ итә.

ГТО нормаларын үтәгәндә кемдең спорт менән дуҫ булыуы, ә кемдеңдер күптән күнекмә яһамағанлығы күренә. Әйткәндәй, ГТО нормаларын тапшырыу 10 йыл элек индерелеп, ошо ваҡыт эсендә 3253 райондаш был һынауҙы үтте. Былтырғы һөҙөмтәләргә туҡталһаҡ, норматив тапшырған 870 кешенең 733-ө ГТО знактарына лайыҡ булды. Шуларҙың 218-е – алтын, 263-ө – көмөш һәм 253-ө бронза знак алды. Норматив тапшырыусыларҙың 437-һе – ҡатын-ҡыҙ.

ГТО-ны балалар баҡсаларынан уҡ тапшыра башларға мөмкин, йәш буйынса сикләү юҡ. Үҙен яҡшы физик торошта тип тойған һәр кем һынау үтә ала. Беҙҙә 70 йәштән өлкәндәр араһында ла нормаларҙы теүәл һәм еңел тапшырыусылар бар. Улар, әлбиттә, башҡалар өсөн өлгө.

Мөмкинлектән файҙаланып, сығарылыш кластары уҡыусылары өсөн мөһим мәғлүмәт еткерге килә. ГТО нормаларын тапшырыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ! Йыл аҙағына тиклем, йәки киләһе йылдың тәүге кварталында уҡ был эште башҡарып ҡуйыр кәрәк. Сөнки знактар һәм танытмалар тапшырғанға тиклем оҙайлы ғына ваҡыт үтә.

  • Эшегеҙҙең тағы бер мөһим йүнәлеше – йәштәр сәйәсәте, йәштәр менән эш. Ошо турала ла һөйләшеп китәйек.
  • Йәштәр – беҙҙең киләсәк. Һәм беҙ уларҙың бөгөнгөһөн ҡулдан килгәнсә уңайлы итергә, ваҡыттарын файҙалы үткәрергә ярҙам итергә тейешбеҙ. Беҙҙең бүлек мәктәптәр, колледж, мәҙәни бүлек, Балаларға өҫтәлмә белем биреү үҙәге, “Беренселәр хәрәкәте”, йәштәр советтары етәкселәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Районда һәр мәктәптә ирекмәндәр отрядтары булдырылған. Улар ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, өлкәндәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам итә.

Шулай уҡ “Беренселәр хәрәкәте” (етәксеһе Фидәрис Юлсанов) лә уҡыусыларҙы, йәштәрҙе ойоштороу, төрлө саралар үткәреү кеүек эштәр менән мәшғүл. Улар республикала үткән йыйындарҙа, төрлө экологик акцияларҙа, өмәләрҙә ҡатнаша. Дөйөм алғанда, район тормошонда ҡайнайҙар, үҙҙәрен ситтә лә күрһәтергә өлгөрәләр. “Йәштәр йыйыны”, “Смарт тау” кеүек йыйындарҙа ҡатнашып, үҙ проекттары менән дә сығыш яһанылар.

Үткән йыл йәштәр өсөн иҫтәлекле булды. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды  һәм район хакимиәте ярҙамы менән “Йәштәр киңлеге” – йәштәргә йыйылып һөйләшеү, фекер алышыу, саралар үткәреү өсөн урын барлыҡҡа килде. Унда яҡшы ремонт эшләнде, оргтехника, йыһаздар алынды.

Ошо уҡ бинала  “Бөркөт” ҡораллы бәрелештәр ветерандары ойошмаһы штабы урынлашты. Был йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән дә уңышлы булды. Ветерандар йәштәр менән әүҙем эш алып бара, белем усаҡтарында дәрестәрҙә, сараларҙа ҡатнаша, балалар өсөн үрнәк булып тора.

“Ҡош юлы” фестиваленә лә туҡталып китмәй булмай. Беҙҙең бүлек ойошторған фестиваль сиктәрендә “Ҡош юлы батырҙары” уйыны үтә. Был уйынды үткәреүҙә тренерҙар, физкультура уҡытыусылары, йәштәр ойошмаһы әүҙемдәре ярҙам итә. Беҙҙең ҡыҙҙар-егеттәр ойоштороуҙа ла, ярышта ла һынатмай.

  • Ә грант тигәндән, был йүнәлеш һуңғы йылдарҙа еңеүселәргә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур мөмкинлектәр биреүе менән айырыуса популяр. Беҙҙең районда әүҙемлек нисек?

– Социаль проекттар өҫтөндә эшләү яңы һәм бик әһәмиәтле йүнәлеш. Беҙ әле был юҫыҡта яңы-яңы әүҙемләшәбеҙ. Быйыл, мәҫәлән, ике төрлө грантҡа дәғүә итәсәкбеҙ. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты “Башҡортостан республикаһы телдәрен һаҡлау” темаһы менән сығыш яһаһа, социаль приют хеҙмәткәрҙәре сенсорлы бүлмә асыу проектын тәҡдим итте.

Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр йылдан-йыл әүҙемерәк, етдирәк була бара. Үҙҙәренең фекерҙәрен әйтеп кенә ҡалмай, маҡсаттарына ирешер өсөн ҡыйыулыҡ та күрһәтә. Ошондай маҡсатлы һәм һәләтле йәштәр һәм көслө спортсылар булғанда районыбыҙ тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ирешер, тип ихлас ышанам. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ.

  • Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Зәлиә Байғусҡарова.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың 2025 йылдың 3 мартындағы оператив кәңәшмәләге сығышында йәштәр тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйткәйне:

  • Беҙҙең төп маҡсат – йәштәр менән дөрөҫ эш алып барыу. Беҙ ҡасандыр ошо вазифаларҙан китербеҙ, беҙҙең урынға йәштәр килер. Улар был эштәргә асыҡ баш менән, аңлы рәүештә һәм тормошта дәүләткә, шәхескә ҡарата дөрөҫ позицияланырға тейеш.
Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас