Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Ноябрь 2025, 09:44

Юлдар имен булһын өсөн

Йәйге эҫеме ул, көҙгө быҫҡаҡ ямғырмы, ҡышҡы селләме – йылдың һәр мәлендә улар юлда. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында талапсан, үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Етәкселек бигерәк тә административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор, өлкән лейтенант Инсаф Килдейәров менән юл-патруль хеҙмәте инспекторы, лейтенант Илнур Абдуллинды юғары баһалай.

Юлдар имен булһын өсөн
Юлдар имен булһын өсөн

"Эшемде яратам"

Юлдыбай ауылы егете Инсаф Илфат улы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының Юриспруденция факультетын тамамлап, хәрби хеҙмәттән һуң, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса бүлегенең тәүтикшереү бүлегендә эш башлай. 2023 йылда ул тыуған районына эшкә ҡайта: бер нисә ай тәүтикшереү бүлегендә эшләгәс, ЮХХДИ-ға күсә.

– Һөнәрем яуаплылыҡ талап итә, сөнки ҡағиҙә боҙоу буйынса материалдарҙы судҡа ебәреү, штрафтар менән эшләү минең өҫтә. Рейдтар ваҡытында линияға сығырға ла тура килә. Ялым әҙ булыу, ваҡыт етмәүгә ҡарамаҫтан, эшемде яратам! – ти Инсаф Илфат улы.

Дежур булғанда төрлө хәлдәр була. Тап улар хеҙмәткәрҙәрҙең кешелекле, ярҙамсыл булыуын асып бирә лә инде. Мәҫәлән, ҡышын водитель ҡатын балалары менән китеп барғанда Иҫәнғол янында юл ҡырына төшөп китә. Машинаны сығарырға трактор көткәндә инспекторҙар ғаиләне патруль машинаһына ултыртып, өшөүҙән ҡотҡара. Йәнә бер саҡ Үтәғол янында “Газель” боҙола, тәгәрмәсе лә тишелә. Инспекторҙар тәгәрмәсте алыштырырға ярҙам итә. Инсаф, оло ғына пассажирҙың өшөгәнлеген күреп, үҙенең термостағы ҡайнар сәйен ҡалдырып китә. Былар барыһы ла уның миһырбанлы булыуы хаҡында һөйләй.

Инсаф Үрген ауылы һылыуы Наҙлыгөл менән ғаилә ҡорған. Йәштәрҙе бәхеткә күмеп, дүрт ай элек улдары Нияз тыуған. Һайлаған һөнәреңә тоғролоҡ, һөйөклө кәләшең, улың булыу – бәхетте тәшкил итеүсе иң мөһим өлөштәр ошоларҙыр, моғайын.

"Бурысыбыҙ - ярҙам итеү"

– Беҙгә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы сикләүҙән тыш, водителдәр менән даими рәүештә төрлө темаларға аралашырға тура килә. Уларҙың машинаны теркәү, водитель таныҡлығын алыштырыу буйынса һәм башҡа шундай һорауҙарына ихлас яуап бирәбеҙ, – ти инспектор Илнур Абдуллин.

БДУ-ның Сибай институтының Иҡтисад факультетын тамамлаған Илнур Рәшит улы башта һөнәре буйынса эшләй. Хатта полицияға ла ул башта бухгалтер булып урынлаша. Махсус һөнәри әҙерлек үтеп ҡайтҡас, ЮХХДИ-ға эшкә күсә.

– Кабинетта ҡағыҙҙарға күмелеп ултырғансы, юлда, кеше араһында эшләһәм яҡшыраҡ, тип уйланым. Яңылышмағанмын. Берәүҙәр беҙҙең эште водителдәргә штраф яҙыу тип кенә ҡабул итә. Ысынында, төп бурысыбыҙ – кешеләргә ярҙам итеү, – ти лейтенант.

Илнур Рәшит улы башта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау буйынса инспектор вазифаһын башҡарған. Район мәктәптәренә, лагерға йөрөп балалар алдында сығыш яһап, уларға юл ҡағиҙәләрен төшөндөрөү буйынса эшләгән ул. Юл ҡағиҙәләрен белергә, бер-береңде ихтирам итергә бәләкәйҙән өйрәтергә кәрәк, тигән фекерҙә инспектор.

Полиция хеҙмәткәрҙәре махсус һөнәри әҙерлек барышында ишара менән һөйләшергә лә өйрәнә икән. Һәм был алым кәрәк булып та ҡуя икән. Бер нисә йыл элек ҡышын шылтыратыу ҡабул итәләр: Абзан эргәһендә машина юл ҡырына төшөп киткән. ЮХХДИ инспекторҙары ваҡиға урынына барғас аптырап ҡала: водитель һәм өс пассажир ҙа телһеҙ. Илнур Рәшит улына ишара менән һөйләшеүҙе иҫенә төшөрөргә тура килә. Трактор саҡыртып, водителдән аңлатма алып, килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡты хәл итеп ҡуялар.

Илнур Рәшит улы кәләше Луиза менән Вилена һәм Виолетта исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Ғаиләһе уның эшенең ауырлығын аңлап, һәр ваҡыт терәк булып тора.

Ҡасандыр гимназияла уҡыған ваҡытта ҡурай уйнау серҙәренә төшөнөүнә ҡыуана Илнур: буш ваҡытында, ғаилә байрамдарында ул ҡурайҙа һыҙҙырырға ярата. Был шөғөл уға ауырлыҡтарҙы оноторға һәм үҙенең генә түгел, яҡындарының да күңелен күтәрергә ярҙам итә.

Юлдарҙа яҡшы тәртип булһын өсөн ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәүселәр – ЮХХДИ инспекторҙарын Полиция хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә түҙемлек теләйбеҙ. Юлдарҙа закон боҙмаусы водителдәр күберәк булһын!

Айнә Иманғолова.

Автор фотолары.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас