Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан эш тормошҡа нур өҫтәй

1986 йылдың 1 авгусында яңы ғына медучилище тамамлаған ҡыҙ тыуған ауылы Байдәүләткә эшкә ҡайта. Йәш фельдшер башта бик тулҡынлана. Әммә эше икеләнергә урын ҡалдырмай – ауылдаштар һаулығы яуаплылыҡ талап итә. 18 йәшлек ҡыҙға хатта “кендек инәһе” булырға ла тура килә – “тиҙ ярҙам” көткән арала өйҙә йәш әсәгә бәпес табырға ярҙам итә.

Яратҡан эш тормошҡа нур өҫтәй
Яратҡан эш тормошҡа нур өҫтәй

Инде 40 йылға яҡын ваҡыт үткән. Фельдшер Рәйлә Ғүмәроваға ла яҙмыштың бәхетле миҙгелдәре менән бергә әсе-сөсөһөн дә татырға тура килгән. Әммә бер нимә үҙгәрешһеҙ ҡалған. Ул – һөнәрен ысын күңелдән яратыу һәм уға оҙаҡ йылдар тоғро ҡалыу.

Тормошо һынылыш кисергәндә, ауыр ваҡыттарҙа Рәйлә апайға ауылдаштары рухи яҡтан ярҙам итә. Аҡ халатлы фәрештәләре үҙе лә байдәүләттәрҙе ғүмере буйына тиерлек ҡурсый, һаулыҡтарын ҡайғырта. Хатта пандемия ваҡытында барыһына ла өйҙә бикләнергә ҡушып, магазиндан аҙыҡ-түлекте һәр йортҡа тигәндәй һатыусы менән үҙҙәре алып барып йөрөйҙәр. Ҡурҡыныс сирҙән ауылдаштарын йолоп алып ҡалыу өсөн барыһын да эшләй ул. Шулай уҡ ҡул эштәренә оҫта фельдшерҙың, бәпес ҡайтһа, уның янына тәүгә барғанында үҙе бәйләгән пинеткаларҙы тотоп барыуы изге йолаға әйләнгән.

Бар ғүмерен изге һөнәргә бағышлаған Рәйлә апай тормош юлдашы Рәис Ғилметдин улына бик рәхмәтле. Ул ҡатынының бар эшендә лә ныҡлы терәге. Икеһе лә яҙмыш һынауҙары үтеп, 12 йыл элек ҡауышҡан пар татыу ғаилә ҡороп, бер-береһенең балаларын бергә тәрбиәләп уҡытҡандар, инде оло тормошҡа аяҡ баҫтырғандар.

Күптән  түгел Рәйлә Хәлил ҡыҙы Ғүмәрова район һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Миһырбанлы һөнәр эйәһе, ысын мәғәнәһендә аҡ халатлы фәрештәгә изге эшендә тағы ла юғарыраҡ уңыштар юлдаш булһын!

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас