Йәмғиәт Общество
1 Апреля , 03:52

Ейәнсура мәҙәктәре

Халыҡ-ара көлкө көнө уңайынан "Ейәнсура таңдары" гәзитендә төрлө йылдарҙа "Ауылым мәҙәктәре" рубрикаһы аҫтында баҫылған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе бер урынға тупланыҡ

«Буран бөткәнме?»

Ҡайным менән беймем бер-береһе менән шаярышып, мәрәкәләшеп һөйләшер булған. Донъя булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормай бит. Улар һүҙләшһәләр ҙә, үсегешһәләр ҙә, был оҙаҡҡа һуҙылмаған, тиҙ үк кире ярашҡандар. Бер заман, ни сәбәп менәндер, улар һүҙләшеп китеп, үсегешә. Ҡайным тышҡа сығып йорт-ҡура тирәһендә йөрөп, малын ҡарап, оҙаҡ ҡына йөрөгәс, шаяртып таяҡҡа таянып ала ла: «Ҡатын, эй, ҡатын, өйҙә буран бөттөмө?» – тип һөйләнеп өйгә инә. Ҡайнымдың был ҡыланышына бейемем көлөп ебәргән. Уйын-көлкө ошондай «бурандар»ҙы булдырмауға ярҙам итә лә инде.

«Тереләй күмгәндәр»

Бер ир ныҡ ҡына төшөрөп ҡайтҡан. Шул тиклем аң белмәҫлек эскәндер, күрәһең, өйөнә лә инмәй, яғылмаған мунсаһының эләүкә аҫтына инеп ята ла, ҡаты йоҡоға сума. Төндә өшөп уянып китә. Дөм ҡараңғы, етмәһә, һыуыҡ. Ҡайҙа ятам икән, тип баш вата. Күп уйлап тормай, ҡапыл торорға итә һәм, башын эләүкә таҡтаһына бәреп, иҫәңгерәп кире ҡолай. Тирә-яғын һәрмәп ҡараһа – балсыҡ та таҡта. Йөрәге «жыу» итеп китә. Мине, үлгән тип уйлап, тереләй күмгәндәр бит, тип илай икән. Ошо ваҡиғанан һуң ул «шайтан һыуын» оҙаҡ ҡына ауыҙына алмай йөрөй.

«Ҡурҡҡанға ҡуш күренә»

Балан бешкән осорҙа Мөтиғулла ҡарт, ат егеп, әбейе менән урманға бара. Олатай утын әҙерләй, әбейе ситтәрәк балан йыя. Балан суҡ, бешкән булғанлыҡтан, әбейе яулығын йәһәт кенә тултыра. Яулығын сискән ыңғайы сәстәре туҙырап китә, быға иғтибар ҙа итмәй, балан йыйыуын белә. Ҡыҙып китеп, күлдәген дә сисә лә, өҫ яғын төйнәп, баланды итәгенә тултыра башлай. Мөтиғулла мулла әбейе яғына күҙ һала һәм... ҡото оса: сәстәре ялбырап бөткән, ярым-шәрә әбейен албаҫты икән тип уйлап, атына ла ултырмай, ауыл яғына һыпырта.

Бабайының ҡасып барғанын күргән әбейе, был айыу-фәлән күреп ҡасамы икән, тип уйлап, бабайы артынан төшә. Мөтиғулла бабай әйләнеп ҡараһа, албаҫтының артынан килгәнен күрә, шәберәк йүгерә башлай. Ахыры, әбейе:

– Бабай, нимәнән ҡасаһың? – тип ҡысҡырған. Шунан һуң ғына бабай үҙенең ҡарсығы икәнен аңлап ҡала. Был икәү урманға кире барырға мәжбүр була.

Шәмсинур ЕЙӘНБИРҘИНА. Үрген ауылы.

 

Бер аяҡҡа ике кәлүш

Бикбау ауылынан уҡытыусы-пенсионер Хәким Кинйәбулатовтың «Сүсинкә» исемле яҙмаһын уҡығаным иҫемә төшкәс, мин дә үҙем менән булған бер хәлде яҙырға булдым. Шулай, 1968 йылдың ноябрь айҙарында Бикбау ауылының мәктәбе эргәһенән аҡҡан йылғала йөк машинаһы менән ҡойоға баттыҡ. Ул ваҡытта юлдарҙа ҡом-ҡырсын тигән нәмә юҡ бит инде. Күҙгә төртһәң, күренмәҫлек ҡараңғы, ҡар ҡатыш бысраҡ, аяҡты батҡаҡтан һөйрәп алып булмай. Машинаны эй этәбеҙ, эй этәбеҙ, йылғаны аша сығып булмай. Шулай ыҙалана торғас, эргәбеҙгә бер ағай килде, ныҡ ҡына һуҡтырып алған. Ул да беҙгә ярҙамға килде, машинаны этешә башланы. Йөрөй торғас, ул бер ваҡыт: «Егеттәр минең кәлүш төшөп ҡалды, әйҙә эҙләйек әле», – ти. Улайтып-былайтып табып бирҙек. Баҡтиһәң, ул сүсинкә кейгән булған да, шуның бер кәлүше төшөп ҡалған. Ул кәлүшен кейә башланы, беҙ машина этәбеҙ. Ул ҡабат ярҙамға килде. Бер ваҡыт ул тағы ла: «Минең кәлүш тағын юғалды, ҡойоға батып ҡалды, әйҙә эҙләйек әле», – ти. Ҡыҫҡаһы, эҙләнек-эҙләнек, әммә таба алманыҡ. Ул бирләнә башланы: «Кисә генә еңгәйең өр-яңы сүсинкә һатып алып биргәйне, хәҙер миңә эләгә бит инде», – тип асыуланды, һеҙҙең генә эшегеҙ, тапап киттегеҙ бысраҡ араһына, тип һөйләнә һөйләнә ҡайтып китте.

Бер трактор алып килеп, машинаны сығарып, Буранғолға ҡайтып киттек. Иртәнсәк Иҫәнғолға эшкә киттек шул машина менән. Таҙларға еткәс, Иҫәнғолға боролған ерҙә теге ағай тора, машина көтөп. Беҙҙең менән Иҫәнғолға барҙы. Айыҡҡан, аяғында сусинкә, кәлүштәре икеһе лә бар. «Ағай, тапҡанһың бит кәлүшеңде», тигәйнек, ул: «Эй ҡустылар, һеҙҙе бушҡа әрләгәнмен, тәү юғалтҡанда тағы ҡатлап бер аяҡҡа кейгәнмен дә һеҙҙән таптырғанмын», – тип көлдө.

Хәсән ҠАҘАҠБАЕВ. Буранғол ауылы.

 

Ҡунаҡ баҫҡан

Сабира апай ҡунаҡ йыйырға булған. Бер йыйғанда йыяйым тигәндер инде, саҡырған был байтаҡ кешене. Ҡунаҡтар килә башлаған, урын етмәй икән. Илле алла, ҡырҡ мулла менән тигәндәй саҡ-саҡ һыйҙырып бөтһә, тәҙрә аша берәүҙең инеп килгәнен күргән дә:

– Ҡәһәр һуҡҡыры, әллә быныһы ла миңә ҡунаҡҡа килә ята микән?! – тип ҡысҡырып ебәргән.

Шулай, һәр ҡайһыһына ла ай ҙа, ҡояш та булғы килә, ҡаҙан аҫып һыйлағы килә. Тик ҡайсаҡ юрғанға ҡарап аяҡты һуҙырға кәрәклекте, иҫәп-хисаптың, саманың дөрөҫ булыуын онотоп ебәрәбеҙ шул.

 

Сараһыҙҙың көнөнән

Беҙҙең яҡ кешеләре борон шәл һатырға, ҡорот, май, балан, һ.б. ризыҡтарын кәрәк-яраҡҡа алмаштырырға Троицк баҙарына йөрөгәндәр. Ылау булһа, шуға эләгеп, булмаһа инде йәйәүләп 10-15 саҡрымды үткәндәр. Зәбирә инәй йәйәүләп ҡайтырға сыҡҡан, ҡурҡыныс булмаһын тип күрше ауылдан Михаил знакумға эйәргән. Тегеһе шәп-шәп атлай икән. Уның ыңғайына атлап, арманһыҙ булған инәй, аҙ ғына ял итеп алайыҡ, тип аңлатырға теләп:

– Мало-мало ляжем, Михайла! – тигән.

Йүнһеҙ юлдаш булмаҫ, ят моңдаш булмаҫ тигәндәй, әңгәмә менән юл ҡыҫҡарыр ине шул. Бында ни сараһыҙҙан инде...

 

Ҡаты бишенсе

5-се класс уҡыусыларының ата-әсәләр йыйылышы бара. Кемдең балаһы яҡшы иҫәптә – улар кәйефле геүләшеп ултыра, кемдең балаһы уҡыуы менән ҡыуандырмай, улары шым ғына баш баҫып ултыра икән. Балаһының өлгәшмәүенә эсе бошоп ултырған Сәлимә апай ауыр көрһөнгән дә: «Ҡаты бишенсегә эләкте балам, Хоҙай ярҙамын бирһен!» – тигән.

Һәр ата-әсә бауыр итен, балаһын, яҡшы итеп күрәһе, башҡалар кеүек булыуын, хатта өҫтөнөрәк булыуын теләй. Етешһеҙлектәренә күҙ йоморға тырышабыҙ. Ҡайсаҡ шуның менән балаларҙы «боҙоп» та ташлайбыҙ. Бәләкәй сағында өфөлдәтәбеҙ ҙә, олоғайғас уфылдарға ҡала шул.

 

Белмәй ҡалма

Әғзәм ҡарт әбейе менән ҡунаҡ йыйған. Улары өҫтәл артына урынлашып, ашай башлаған. Хужабикә үҙ эше менән булышып, ҡаҙан тирәһендә әйләнгеләп тик йөрөй, ти. Ҡунаҡтарҙы бер үҙе һыйлап аптыраған хужа: «Әбей, беҙ ҡунаҡ саҡырҙыҡ, белмәй ҡалма!» – тип әбейенә ҡысҡырған. Ҡунаҡ йыйһаң, ашың да, ҡашың да булһын, тигәнде онотоп ташлайбыҙ шул.

Нурия ҠУНЫСБАЕВА. Иҫәнғол ауылы.

 

«Германский бал»

Йәш саҡ. Ирем ҡәйнештәре менән сәй эсергә ултырған. Шаяртырға яратҡан еҙнәйҙәре ҡәйнештәренә: «Ашағыҙ, бик тәмле бал, германский, килоһын 25 һумдан алып ҡайттыҡ», – тип ҡыҫтай икән. Малайҙар бал менән тәмләп сәй эсеп таралышты. Ҡайтыуҙары менән әсәйҙәренә балды маҡтап: «Германский бал алайыҡ, шул тиклем тәмле!» – тип үтенәләр икән. Балалығы менән улар «балдың» ысынында иһә бәпембә сәскәһе һәм шәкәрҙән ҡайнатылған ҡайнатма икәнен белмәйҙәр шул.

 

Минеке лә нишауа

Улыбыҙ Сибайҙа юғары уҡыу йортонда белем алған ваҡытында Баймаҡ районы ҡыҙы менән таныша. Ата-әсәйҙәре тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡыҙыҡай: «Минең әсәйем сибәр», – тигән. Егет тә аптырап ҡалғандарҙан түгел: «Минеке лә нишауа», – тип яуаплаған. Был хаҡта ҡайтҡас, аптырап һөйләп ултырҙы. Баҡһаң, буласаҡ ҡоҙағыйҙың исеме Сибәр икән. Өйләнешеп, туй үткәргән ваҡытта ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар миңә «нишауа ҡоҙағый», тип бер аҙ мәрәкәләшеп, көлөшөп алдыҡ.

Тәнзилә УЛИКАНОВА. Ибрай ауылы.

 

Ул ауылға бармайым

Элек ауылдарға автобус та йөрөмәне, еңел машиналар ҙа һирәк кенә була торғайны. Күберәген йәйәү йәки асыҡ бортлы машиналарҙа йөрөргә тура килде. Шулай, беҙҙең яҡтарҙағы бер егет кеше юлда йәйәү ҡайтып килә икән. Бына уны бортлы машина ҡыуып еткән. Шофер, ишеген асып, сикер башҡа, ти икән. Теге егет, аптырап, мин ул ауылға бармайым, шул-шул ауылға барам, ти икән. Шофер, баҡһаң, татар булған. Егетебеҙ «өҫкә, бортҡа һикереп мен» тигән һүҙҙе аңламаған. «Ул ауылға бармайым», – тип тороп ҡалғанмылыр инде егетебеҙ, ултырғанмылыр, уныһы беҙгә ҡараңғы. Шулай, дуҫтар, һүҙҙең айышына төшөнмәйенсә аптырап тороп ҡалмағыҙ, юғиһә йәйәү ҡайтырға тура килер үҙегеҙгә.

Әнзинә АҘНАҒОЛОВА. Бикбирҙе ауылы.

 

Ярыҡ табан

Элек атай-әсәйҙәр ауылда туй булһа, өс, биш көнләп ҡайтмай ҡоҙа булып ятырҙар ине. Өйҙә ҡалған балалары, кәртә башына менеп, әсәләре ҡайтып килмәй микән, тип юлды күҙәтер булғандар. Төнө буйы йырлашып күңел асҡандан һуң, ҡоҙа булышҡан кешеләр йоҡларға ятҡандар. Ул ваҡытта ҡайҙа ла оҙон, буй урындыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар урындыҡҡа, ирҙәр иҙәнгә йоҡларға ятҡан. Бер шулай, тышҡа тәмәке көйрәтергә сыҡҡан ҡоҙа, өйгә ингәс, урындыҡта теҙелешеп ятҡан ҡоҙасаларҙың табандарын тотоп-тотоп ҡарай ти. Берәүһе, ҡытығы килеп, тибеп ебәргән. Һалмыш ҡоҙа шул ыңғай түкмәсеп тә киткән, үҙе: «Тыбыҙыҡланма, барыбер һин түгел, минең бисәнең табаны ярылған ине», – тип әйтә, ти.

«Тудым-судым»

Күршеләр ғүмер буйы бергә, татыу көн күрәләр. Береһенең йомошо төшһә, икенсеһе, тигән шикелле, хатта ҡош-ҡорттары ла бергә йөрөп дуҫлашып бөткән ти. Тауыҡтар алмаш-тилмәш әле береһенең, әле икенсеһенең кәртәһенә инеп йомортҡа һалалар, себештәре лә бер төрлө икән. Бер көн Наилә күршеһенең хәлен беләйем, тип инһә, уныһы ҡаҙанлығында борҡолдатып бер нисә тауыҡты таҙартып ултыра, ти. Күршеһенең аптыраулы ҡарашын тойоп:

– Ҡуй, ҡарама ла ул тауыҡтарға, тудым-судым булып бөттөләр инде, – ти икән.

Зифа ИШМЫРҘИНА, Иҙәш ауылы.

 

Дә, дә, спикуләнт!

Беҙҙең ауылда Сәләх тигән олатай йәшәне. Ауылда ул ғына умарта тотто. Балы бер батман тулғас: «Ауылда бал һатып булмай, алмайҙар», – тип зарлана икән. Бер ағай: «Ярай, мин ат егеп Петровский баҙарына барам, балыңды шунда һатырһың», – тигән. Ат хужаһы үҙ йомошо менән китеп барған, Сәләх олатай арбала ултырып ҡалған. Тәртип һаҡсыһы бының янына килә лә: «Спекулянт что ли?» – тип һорай икән. Ҡаушап ҡалған олатай: «Дә, дә, спикуләнт», – тип яуаплаған. Йомошон йомошлап килә ятҡан ағай, милиционерҙың олатайҙы батманын күтәртеп ҡайҙалыр алып китеп барғанын күреп ҡалып туҡтата ла уның спекулянт түгел, ә үҙенең балын һатыуын аңлатып бирә. Ауылда шул ваҡыттан алып берәй мәрәкә хәл була ҡалһа: «Дә, дә, спикуләнт» тип көлә торғайнылар.

Ни булһа ла булыр әле

Сәй эсеп ултырғанда әсәйем ниҙер һөйләгәндән һуң: «Ни булһа ла булыр әле», – тип һүҙен тамамлап ҡуйғайны. Ҡәрсәйем: «Хәс тә минең һымаҡ һөйләп ҡуйҙың», – тип йәш сағындағы үҙе менән булған хәлде һөйләне:

– Ҡыш көнө мәкенән һыу алырға барҙым. Мәке янында ят ир атына һыу эсерә алмай тора. «Күнәгеңде бир әле, һылыу, һыу тәрән, атым һыу эсә алмай тора», – тине. Һыулағас: «Рәхмәт, һылыу, һылыу кейәүгә сыҡ!» – тип әйткәненә: «Һылыумы, түгелме, ни булһа ла була инде, бөгөн кискә килә инде», – тинем. Кис етеүгә, ҡараһам, үҙемә килгән кейәү егете булып сыҡты.

Рауза ЙЫЛҠЫБАЕВА. Самаҙы ауылы

Читайте нас