Иң ҙур ярҙамсы – үҙең

Ҡайһы саҡта көн дә иртән уяныу маҙаға тейгес шөғөлгә әйләнә. Бер нигә тотонорға теләк юҡ. Бындай мәлдә иң ҙур ярҙамсы – үҙең. Түбәндәге алымдар ауыр хәлдән сыҙырға булышлыҡ итер.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң ҙур ярҙамсы – үҙеңИң ҙур ярҙамсы – үҙең
Иң ҙур ярҙамсы – үҙең

Ҡайһы саҡта көн дә иртән уяныу маҙаға тейгес шөғөлгә әйләнә. Бер нигә тотонорға теләк юҡ. Бындай мәлдә иң ҙур ярҙамсы – үҙең. Түбәндәге алымдар ауыр хәлдән сыҙырға булышлыҡ итер.

Хыяллан

Был кәңәш, көлөк кеүек күренһә лә, һөҙөитәле. Ниндәй ҡаҙанышҡа өлгәшергә, кем булырға теләүең тураһында уйлап, хыял диңгеҙендә рәхәтләнеп йөҙөп ал. Күҙ алдыңа килтер, юрағаның юшҡа килеп, уңыш йылмайҙы, ти. Шул тиклем ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерерһең. Ә бының өсөн бит эшләргә кәрәк!

Үҙеңде дәртләндер

“Әгәр ошоно эшләһәм, үҙемә үҙем бүләк яһайым” тигән маҡсат ҡуйыу ҙа ярҙам итә.

Маҡсат ҡуй

Һәр эштең алдынан ниндәйҙер ниәт торорға тейеш. Әгәр ул юҡ икән, ынтылыш та булмай. Тәп маҡсаттарыңды ҡағыҙға яҙып, яныңда тотоу ҙа ялҡаулыҡтан арынырға булышлыҡ итер.

Хәтирәләргә бирелеп ал

Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән сағыңды иҫкә төшөр. Шул саҡтағы ғорурлыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоһон кисергең килмәйме ни?

Яңылыҡ уйлап тап

Тормошоңа ниндәйҙер үҙгәреш, заманса йүнәлеш индереү буйынса төрлө кешеләр менән кәңәшләш. Идея тыуҙы икән, уны тормошҡа ашырыу планын төҙө һәм алға!

Йыр тыңла

Төрлә көйҙөң кәйефеңә нисек тәьҫир итеүен билдәлә. Әйтйек, ҡайһы бер эште башҡарғанда күңел тулы тыныслыҡ теләй. Көндәлек мәсьәләләрҙе иһә ниндәйҙер көй аҫтында үтәү еңелерәк.

Автор:Залия Байгускарова