Әгәр сөйәл йонсотһа

Әгәр һеҙҙә сөйәл йәки папиллома бар икән, уларҙы организмға зыян килтермәй генә бөтөрөр  өсөн был урынға һарымһаҡ компресы һалырға кәрәк.  Рецептар сайтта бирелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google

 

  1. Һарымһаҡтың бүлкәтен ваҡлап турарға һәм өҫтөнә йә араҡы, йә иһә һыу менән 50/50 ҡушылған спирт ҡойорға. Араҡы һарымһаҡтың өҫтөнән сыҡҡансы булырға тейеш. Ике тәүлек тоторға. Сөйәлдәргә һарымһаҡтың һутын һөртөргә була, йә бутҡаһын һалып, өҫтөн лейкопластырь менән нығытырға. Быны 5-7 көн, сөйәл ҡубып төшкәнсе эшләргә. Тәүҙә кибәсәк, унан урыны ла ҡалмайынса килеп төшәсәк.
  2. Һарымһаҡты ваҡлап 50/50 бал менән бутарға. Бындай бутҡаны сөйәл, яраларға һалырға була. Бактерияларҙы үлтерә, яраларҙы бөтәштерә.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева