Йәшлек эликсиры

Был эликсирҙы эшләр өсөн ни бары өс ингредиент ҡына кәрәк буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәшлек эликсирыЙәшлек эликсиры
Йәшлек эликсиры

 

 Көнсығышта йыш ҡулланылған был ҡатнашма йәшлек эликсиры тип атала. Уны эшләр өсөн 100 г. лимон һуты, 200 г. бал һәм 50 г. зәйтүн майы алалар. Бөтәһен дә бергә ҡушып болғатҡас, уңайлы ғына һауытҡа һалып һалҡынса ҡараңғы урында һаҡлар кәрәк.

Һәр көн иртән ас ҡарынға 1 сәй ҡалағын эсергә, бөтһә тағы ла шул күләмдә бөтә компонентарҙы ҡушып  эшләп алырға.

Был ҡатнашманы көн дә ҡулланған осраҡта бит тиреһе тигеҙләнер,  уның төҫө матурланыр. Эс ҡатыу тураһында оноторһоғоҙ.  Шулай уҡ склерозды иҫкәртеүҙә лә был эликсир ярҙам итер.

Әлбиттә, ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Залия Байгускарова