Телефонығыҙ оҙаҡ хеҙмәт итһен тиһәгеҙ

Телефон экранына төҫө бик асыҡ фотообой ҡуймағыҙ. Ваҡытты, килгән хаттарҙы тикшергәндә, ул гел асыла һәм телефондың энергияһын кәметә. Аҡлы-ҡаралы фотообойҙар отошлораҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Телефонығыҙ оҙаҡ хеҙмәт итһен тиһәгеҙТелефонығыҙ оҙаҡ хеҙмәт итһен тиһәгеҙ
Телефонығыҙ оҙаҡ хеҙмәт итһен тиһәгеҙ

- Телефонды йыш ҡулда тотмағыҙ. Ҡул йылыһы менән уның батареяһы ҡыҙа, энергияһы кәмей. Электрға ҡуйыу портын даими таҙартып тороғоҙ. Унда туҙан, сүп тула. Бының өсөн мамыҡлы таяҡсыҡ ҡулланырға була.

- Экранды автомат әйләнеү режимында тотмағыҙ. Уны кәрәк саҡта ғына ҡуйып алырға була. Был режим өсөн акселерометр—электр энергияһын күп сарыф итә торған махсус датчик яуаплы.

- Телефонда асылған программалар ҡалдырмағыҙ. Фон режимында эшләгәндә лә энергияны бөтөрәләр.

- Экрандың яҡтылығын иң юғары ҡуйыуҙың кәрәге юҡ. Вибрацияға ҡуймағыҙ. Был функция күп энергия сарыф итә. Уны кәрәк ваҡытта ғына ҡабыҙып алырға була.

- GPS, Bluetooth һәм Wi-Fi режимдарын ҡулланыуға һүндерергә кәрәк.

Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә телефондарығыҙ һеҙгә оҙаҡ хеҙмәт итер!

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Залия Байгускарова