

Израиль ғалимдары финики ашаған кешеләрҙең ҡанында холестерин составының үҙгәреүен иҫбат иткән. Бынан тыш унда организмға кәрәкле барлыҡ файҙалы матдәләр һәм микроэлементтар бар. Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн көн һайын кәмендә 10 емеш ашарға кәңәш итәләр. Финики – баҡыр, тимер, магний, цинк, марганец, калий, кальций, фосфор, көкөрт, бор сығанағы. Уны даими ашап, ҡанда шәкәр күләмен яйға көйләп була. Пектинға бай финики яман шеште, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын киҫәтергә булышлыҡ итә, Финики ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға ла бик файҙалы. Көньяҡта боронғо замандарҙа яу яланына китеүселәр үҙҙәре менән күпләп финики алғандар. Ул асығыуҙы ла баҫҡан һәм арыған организмды файҙалы матдәләр менән тулыландырған.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.