Бөтә яңылыҡтар

Йоҡоғоҙ яҡшы булһын тиһәгеҙ үлән сәйҙәре эсегеҙ

Йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоу өсөн иң зыянһыҙ ысул – ул үләндәр ҡулланыу. Тик уларҙы ваҡытында эсергә кәңәш итәләр. 1). Берәр сәй ҡалағы киптерелгән мелисса (инә ҡорт үләне) һәм бөтнөккә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ултыртып торабыҙ. Ошо ике үләндән генә торған сәй һеҙгә сабыйҙар йоҡоһо бүләк итер. 2). Ике сәй ҡалағы киптерелгән ромашка сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 минут төнәткәс, һөҙөп йылымыс килеш эсәбеҙ. 3). Ала миләүшә (лаванда) ныҡ арып киткән саҡта йоҡоға талырға ярҙам итер. Бының өсөн бер сәй ҡалағы кипкән лавандаға ярты литр һөт өҫтәп, ҡайнатып сығарырға. Әҙерәк ҡапҡас менән ҡаплап төнәтеп алырға ла, йылымыс хәлгә еткәс, тәменсә бал ҡушып эсергә. 4) Йөҙ грамм киптерелгән еҙәйгә ике стакан һыу ҡушып 30 минут талғын утта ҡайнатып, һыуытып эсергә кәңәш итәләр. 5). Бер аш ҡалағы киптерелгән шалфей үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп 10 минут талғын ғына утта ҡайнатып алабыҙ ҙа, төнәтеп һәөҙәбеҙ. Көнөнә 1-2 аш ҡалағы эсергә кәрәк.

Йоҡоғоҙ яҡшы булһын тиһәгеҙ үлән сәйҙәре эсегеҙ
Йоҡоғоҙ яҡшы булһын тиһәгеҙ үлән сәйҙәре эсегеҙ

 

Йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоу өсөн иң зыянһыҙ ысул – ул үләндәр ҡулланыу. Тик уларҙы ваҡытында эсергә кәңәш итәләр.

1). Берәр сәй ҡалағы киптерелгән мелисса (инә ҡорт үләне) һәм бөтнөккә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ултыртып торабыҙ. Ошо ике үләндән генә торған сәй һеҙгә сабыйҙар йоҡоһо бүләк итер.

2). Ике сәй ҡалағы киптерелгән ромашка сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу  ҡойоп, 10-15 минут төнәткәс, һөҙөп йылымыс килеш эсәбеҙ.

3). Ала миләүшә (лаванда) ныҡ арып киткән саҡта йоҡоға талырға ярҙам итер. Бының өсөн бер сәй ҡалағы кипкән лавандаға ярты литр һөт өҫтәп, ҡайнатып сығарырға. Әҙерәк ҡапҡас менән ҡаплап төнәтеп алырға ла, йылымыс хәлгә еткәс, тәменсә бал ҡушып эсергә.

4) Йөҙ грамм киптерелгән еҙәйгә ике стакан һыу ҡушып 30 минут талғын утта ҡайнатып, һыуытып эсергә кәңәш итәләр.

5). Бер аш ҡалағы киптерелгән шалфей үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп 10 минут талғын ғына утта ҡайнатып алабыҙ ҙа, төнәтеп һәөҙәбеҙ. Көнөнә 1-2 аш ҡалағы эсергә кәрәк.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: