

Уны варикоз булғанда ҡан тамырҙары сыҡҡан урындарға әҙ-әҙләп һөртөр кәрәк. Шулай уҡ көнөнә ике-өс тапҡыр 1 стакан һыуға 2 сәй ҡалағы алма һеркәһе һалып эсегеҙ.
Аяҡтарҙы көҙән йыйырған да ла алма һеркәһе ярҙам итер. Көҙән йыйырыуҙың төп сәбәбе – калий етмәү. Калий запасын тулыландырыу өсөн көн һайын иртән 1 стакан йылы һыуға 2 аш ҡалағы алма һеркәһе, 1 сәй ҡалағы бал һалып эсергә кәрәк.
Аяҡта бәшмәк ауырыуы булғанда ла алма һеркәһе ҡулланырға мөмкин, сөнки ул бик яҡшы антисептик. Уны ҡысытҡан урындарға һөртөргә кәңәш итәләр. Аяҡ тирләп аптыратҡанда, һеркә менән сылатылған сепрәк менән һөртөү ярҙам итер.
Сәстәрегеҙ ялтырап торһон тиһәгеҙ 2 л һыуға 3 аш ҡалағы алма һеркәһе һалып йыуғандан һуң сайҡатыу ҙа етә.