Әнистең (укроптың) файҙаһы тураһында беләһегеҙме?

Укроп юғары ҡан баҫымынан интеккән кешеләргә лә, йоҡоһоҙлоҡтан да килешә, тынысландыра.  Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда, аппетитты яҡшыртыу өсөн, тын ҡыҫылыуҙан һәм тын юлдары ауырыуҙарынан да файҙалы. Ә нимәһен һәм нисек ҡулланырға һуң?

Әнистең (укроптың) файҙаһы тураһында беләһегеҙме?Әнистең (укроптың) файҙаһы тураһында беләһегеҙме?
Әнистең (укроптың) файҙаһы тураһында беләһегеҙме?

 Укроп үләне төнәтмәһе юғары ҡан баҫымынан интеккән кешеләргә яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған үләнгә 1 стакан ҡайнаған һыу һалып, 15–20 минут төнәтеп һөҙөргә кәрәк. 1 стакан төнәтмәне көн дауамында өскә бүлеп, ашағансы ярты сәғәт алдан эсергә. Әлеге төнәтмә йоҡоһоҙлоҡтан да килешә, тынысландыра.  

Укроп ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда, аппетитты яҡшыртыу өсөн, тын ҡыҫылыуҙан һәм тын юлдары ауырыуҙарынан да файҙалы. Был осраҡта уның орлоғон порошок хәлендә лә, төнәтмә яһап та файҙаланалар. Төнәтмәне  1 өлөш укропҡа 10 өлөш һыу кәрәк буласаҡ. Бындай төнәтмә бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта.

Укроп орлоғон ҡаҡырыҡ сығарыусы, үт бүлеп сығарыуҙы көсәйтеүсе, ашҡаҙан һәм эсәк буйы, бауыр, атеросклероз сирҙәренән ярҙам итеүсе булараҡ ҡулланалар. Бының өсөн 1 аш ҡалағы укроп орлоғона 1 стакан ҡайнар һыу һалып, һыуынғансы төнәтергә кәрәк. Һуңынан уны һөҙөп, көнөнә 3 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.  

Укроп күңел болғанғанда ла яҡшы. Ул шәкәр диабеты менән ауырыусы кешеләргә лә бик файҙалы. Сөнки диабет үҙәк нервы системаһын, йөрәк, бөйөр, бауыр, күҙ, аяҡтарҙы зарарлай. Ә укроп ағзаларҙағы патологик процестарҙы тоткарлай, инвалидлыҡты иҫкәртә. 
 Күҙ ауырыуҙары булғанда, салфетканы укроп төнәтмәһендә сылатып, 20 көн дауамында көн һайын 20 минутҡа күҙҙәргә ябығыҙ. Төнәтмә былай яһала: 1 аш ҡашығы орлоҡҡа 1 стакан ҡайнап торган һыу ҡойоп, 30 минут төнәтеп һөҙөгөҙ. 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас