Сәләмәт йәшәүҙең 10 ҡағиҙәһе
Күп тә ашамағыҙ, бик аҙ ҙа ярамай. Сәләмәт булыу өсөн дөрөҫ туҡланыу мөһим.
Бауыр һәм сәтләүекте йыш ашаған ҡатын-ҡыҙҙың беренсе йыйырсыҡтары һуңырак барлыҡҡа килә. 40 йәштә бетакаротин бик файҙалы. 50-нән уҙғас һөйәктәрҙе формала тотоу өсөн - кальций, йөрәк эшмәкәрлеге өсөн магний яҡшы. Балыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн кәрәк. 40 йәштән уҙған ир-аттарға селен кәңәш ителә. Был матдә сырҙа һәм бөйөрҙә күп була.
Тулыраҡ сайтта.
- Күп тә ашамағыҙ, бик аҙ ҙа ярамай. Сәләмәт булыу өсөн дөрөҫ туҡланыу мөһим.
- Бауыр һәм сәтләүекте йыш ашаған ҡатын-ҡыҙҙың беренсе йыйырсыҡтары һуңырак барлыҡҡа килә. 40 йәштә бетакаротин бик файҙалы. 50-нән уҙғас һөйәктәрҙе формала тотоу өсөн - кальций, йөрәк эшмәкәрлеге өсөн магний яҡшы. Балыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн кәрәк. 40 йәштән уҙған ир-аттарға селен кәңәш ителә. Был матдә сырҙа һәм бөйөрҙә күп була.
- Эшләгеҙ. Ҡайһы бер төр һөнәрҙәр кешене йәшәртергә һәләтле, ти социологтар. Эшләмәгән кеше биш йәшкә олораҡ күренә икән.
- Мөхәббәт, наҙ – ҡартлыҡҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу. Әлеге хистәр организмда эндорфин, йәғни бәхет гормоны бүлеп сығара. Был иммун системаһын нығыта.
- Һәр ваҡытта, һәр нимәгә ҡарата үҙ фекерегеҙ булһын.
- Хәрәкәттә – бәрәкәт. Көнөнә һигеҙ минут ҡына булһа ла физик күнегеүҙәр яһау ғүмерҙе оҙайта.
- Йоҡо бүлмәһендә йылылыҡ 17-18 градус булырға тейеш.
- Ара-тирә үҙ-үҙегеҙҙе һөйөндөрөгөҙ. Оҡшаған кейем-һалымды алып кейегеҙ, йәнегеҙ теләгән ризыҡты ашағыҙ.
- Юҡ-барға үҙ-үҙегеҙҙе битәрләмәгеҙ. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, яман шеш менән ауырыған кешеләрҙең 64 проценты борсоуын үҙ эсенә йыя.
- Баш мейеһен ваҡыт-ваҡыт эшләтеп торорға кәрәк. Кроссворд сисегеҙ, коллектив уйыннарҙа ҡатнашығыҙ, сит телдәрҙе өйрәнегеҙ. Күңелдән миҫалдар эшләгеҙ. Был баш мейе өсөн генә түгел, йөрәк эшсәнлеге, матдәләр алмашы өсөн дә файҙалы.