Һипкелдәр

Һипкелдәрҙән ҡотолор өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе файҙаланып ҡарағыҙ

ҺипкелдәрҺипкелдәр
Һипкелдәр

❖ Яҙ һәм йәй петрушканың япраҡтарынан, ә көҙөн уның тамырынан битлек эшләргә. Ит турағыстан үткәрелгән петрушканы таҙартылған бит тиреһенә 20-30 минутҡа һалырға, һалҡын һыу менән йыуырға һәм туҡландырыусы крем һөртөргә.

❖ Петрушка тамыры төнәтмәһенә лимон һуты ҡушып, иртәле-кисле бит тиреһенә һөртөргә.

❖ 1 ҡалаҡ петрушка һутына 1 ҡалаҡ бал өҫтәргә, битлекте 45 минут тоторға. Уға лимон һуты өҫтәргә лә була. Бының өсөн 2 ҡалаҡ иҙелгән петрушка үләненә 2-шәр ҡалаҡ бал менән лимон һуты өҫтәргә, 15 минутҡа биткә һөртөргә.

❖ Петрушка һутын әсе ҡатыҡ йәки һөт (тире майлы булғанда), ҡаймаҡ (тире ҡоро булғанда) менән болғарға, 15 минуттан битте йылы һыу менән йыуырға.

❖ Еләк, ҡарағат та тирене ағартыу сифатына эйә.

❖ 25 грамм сүпрәгә 1 балғалаҡ лимон һуты, 1 ҡалаҡ һөт өҫтәргә. Битлекте 20 минуттан һуң йылы һыу менән йыуырға.

❖ 1 лимондың һуты, 1 йомортҡа ағы, 10 грамм шәкәр, 100 мл һыуҙы бергә ҡушып, болғатырға. Бит тиреһенә 20-30 минутҡа һөртөргә. Битлекте көн аша эшләргә.

❖ Сей картуфты ҡырғыстан үткәреп, бер нисә тамсы үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ һөт, ваҡланған миндаль өҫтәргә. 20 минуттан йыуырға һәм тирегә ярашлы крем һөртөргә.

Айбикә ЯҠУПОВА.

“Киске Өфө”нән

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас