Аш бүлмәһенә ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр

- Дөгө бешергән һыуығыҙға бер аш ҡалағы һеркә ҡойһағыҙ, рисегеҙ ап-аҡ булып, таралып торор; - Ҡаймаҡҡа бер аҙ һөт ҡушһаң, кремдар эшләгәндә эремәҫ; Дауамы сайтта.

Аш бүлмәһенә ҡағылышлы файҙалы кәңәштәрАш бүлмәһенә ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр
Аш бүлмәһенә ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр



- Бәлеш эслегенә тигән кәбеҫтәне башта ҡайнар, унан һыуыҡ һыу менән бешекләп алып, һығып, табала ҡыҙҙырһаң, ул төҫөн юғалтмай, йылтырап торор;

- Кофе ҡайнатҡанда, иң ахырында семтем тоҙ өҫтәп ебәрһәң, ҡәһүә хуш еҫле булыр;

- Бер аҙ уксуста иретелгән ике киҫәк шәкәр, соустағы виноны алыштыра ала;

- Асылған томат пастаһы күгәрмәһен өсөн, ҡапҡасына горчица һөртөр кәрәк;

- Кисел ҡайнатҡанда еләк-емештең тәмен һәм төҫөн һаҡлап ҡалыу өсөн ағып сыҡҡан һутын ҡушмаҫҡа, ә әҙер киселгә генә ҡойорға.

- Сөгөлдөр 3 сәғәт буйына оҙаҡ бешә. Ә уны 1 сәғттә өлгөртөргә була. Бер сәғәт бешереп, унан 10 минут һыуыҡ һыу ағымында тотһаң, әҙер була.

- Винегрет тәмле булһын өсөн бер аш ҡ.һөт һәм 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо ҡушығыҙ.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас