

Бөгөн - Бөтә донъя иммунитет көнө
Кеше донъяға актив ммунитет менән тыуа. Пассив иммунитет иһә прививкалау ярҙамында барлыҡҡа килә. Кешенең иммун системаһаның эшмәкәрлеге яртылаш йәшәү рәүешенә бәйле.
Иммунитетҡа кире йоғонто яһаусы факторҙар:
Йыш һыуыҡ тигеҙһәгеҙ, оҙайлы рәүештә тән температураһының күтәрелеп йөрөүе, тиҙ арыу, йоҡоһолоҡ йәки киреһенсә гел йоҡо килә, тәнегеҙ һыҙлай, башығыҙ ауырта, тәнегеҙ сәбертеп сыға икән – тимәк һеҙҙең иммун системағыҙ эшмәкәрлеге насарайған.
Иммунитет ныҡлы булһын тиһәгеҙ:
-тик файҙалы ризыҡтар ашағыҙ;
-насар ғәҙәттәрҙән арынығыҙ;
-психик яҡтан үҙегеҙҙе һаҡларға өйрәнегеҙ;
-йоҡоғоҙ 8 сәғәттән дә кәм булмаһын;
-организмығыҙҙы сыныҡтырығыҙ;
-спорт менән дуҫ булығыҙ.
Иммунтетығыҙ көслө булһа, организмығыҙ күп төрлө ауырыуҙарға бирешмәҫ. Тик үҙегеҙгә үрҙә яҙылған кәңәштәрҙе үтәргә генә кәрәк!