Бөтә яңылыҡтар

Баҡсасыларға

Помидор үҫентеләре сәләмәт, ныҡлы булып үҫһен һәм мул уңыш бирһен, тиһәгеҙ...

Баҡсасыларға
Баҡсасыларға
  • Томат ултырта торған тупраҡты артыҡ ашларға кәрәкмәй. Әгәр ҙә яҙын түтәлгә тиҙәкте күп һалһаң, томат яҡшы үҫәсәк, әммә сәскәгә тумаланырға ашыҡмаясаҡ.
  • Шул саҡта үҫентенең бер нисә ботағын өҙөп ташларға һәм фосфорлы ашламалар менән туҡландырырға кәрәк. Иң яҡшыһы - һыуҙа иҙелгән тиҙәк (10:1), 10 литр һыуға 40 грамм суперфосфат һәм 1 стакан көл өҫтәргә.
  • Әгәр ҙә томат үҫентеләре яй үҫә, япраҡтары һарғая икән, күптәр уға дым етмәй, тип, күп итеп һыу һибә башлай. Дөрөҫөрәге, уға туҡланыу өсөн микроэлементтар етешмәй.
  • Азот етешмәһә, үҫемлек үҫмәй, һабаҡтар тиҙ генә ҡатып бара. Уңыш ваҡ була һәм тиҙ өлгөрә.
  • Һабаҡ нәҙек, япраҡтар ваҡ һәм шәмәхә төҫөндә икән, томатҡа фосфор етешмәй.
  • Калий етешмәгәндә япраҡтарҙың ситтәре һарғайып кибә, һуңынан улар һарғая һәм ҡойола башлай. Томаттарҙа ҡара-һоро һыҙыҡтар барлыҡҡа килә.
  • Баҡыр етешмәһә, томаттың сәскәләре ҡойола.

  Баҡсасылар әйтеүенсә, томат үҫентеһен 1 тапҡыр йодлы һыу һипһәң (3 литр һыуға 1 тамсы йод), ул яҡшыраҡ үҫә, ботаҡтарҙы ла күберәк ебәрә, тиҙерәк сәскә ата. Томат күпкә эрерәк була һәм бер нисә көнгә иртәрәк өлгөрә.

Читайте нас: