Бөтә яңылыҡтар

Баҡсасыға шәп кәңәш

Ҡарағат күп булһын тиһәгеҙ

Баҡсасыға шәп кәңәш
Баҡсасыға шәп кәңәш

Бының өсөн картуф ҡабыҡтарын ташламай киптереп барығыҙ. Картуфтағы крахмал ҡарағат өсөн иң яҡшы туҡлыҡлы матдә булып тора. Бының өсөн картуф ҡабығын йәйеп һалып йә батарея өҫтөндә, йә булмаһа тәҙрә төбөнә һалып та киптерергә була. Кипкәс сепрәк моҡсайҙарға һалып һаҡлағыҙ.

Яҙ етеп йылытҡас, кипкән ҡабыҡтарҙы бер-ике ус алып ҡарағат төбөнә күмегеҙ. Йәки ҡабыҡтарҙы эҫе һыу менән ебетеп, һыуынғас ҡарағат төптәренә һалып сығығыҙ. Ә ебегән картуф ҡабығы ҡалдыҡтарын кәбеҫтә һәм ҡыяр ултыртҡанда  соҡорға һалып ҡалдырһағыҙ, был йәшелсәләр ҙә уңыш менән һөйөндөрөр.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: