Бөтә яңылыҡтар

Кейемеңде үтек өтһә

Ҡабаланып кейем үтекләгәндә яңылыш эҫе үтек баҫып, өтөп ебәргән осраҡтар була.

Кейемеңде үтек өтһә
Кейемеңде үтек өтһә

Һуңынан яратып кейгән, йә булмаһа яңы ғына һатып алған матур кейемде ташларға йәлләп, өтөлгән урынын йәшереп ҡуйырға маташалар. Шуға күрә, төрлө туҡымаларҙа үтектән ҡалған тимгелде бөтөрөү буйынса бер-нисә кәңәш тәҡдим итмәксебеҙ.

Бер төҫтәге кейемдәге үтек табын бөтөрөү өсөн уны бер нисә тамсы нашатыр спирты ҡушылған водород перекисы менән еүешләп, ҡояшҡа элеп ҡуйырға кәрәк. Ә бына сағыу төҫлө кейемде башта ҡул менән ышҡып алырға, шунан бураның (натрий тоҙо) көсһөҙ иретмәһе менән еүешләп, ҡояшта киптерергә. Яһалма ебәк кейемдәге үтек эҙен - денатурат, аҡ төҫтәге кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән әйберҙе хлорлы эзбиз иретмәһе (бер стакан һыуға 5-6 грамм эзбиз һалырға) менән һөртөп, һыуҙа яҡшылап сайҡатырға тәҡдим ителә. Етен һәм кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән аҡ күлдәк, ашъяулыҡ, майлыҡ һәм таҫтамалды таҙартыу өсөн һыуға әсегән һөт ҡойоп (1:1), әйберҙе төнгөлөккә ебетергә һалырға кәрәк. Бына ошондай ябай ғына ысулдар ярҙамында яратҡан әйберҙәрҙә ҡалған үтек эҙен бөтөрөп була.

Үтек йөҙөндә һарғылт, ҡытыршы ҡуныҡ барлыҡҡа килгән осраҡта ла уны таҙартыу әмәлен табырға мөмкин икән. Иң ябай ысул - шырпы ҡабының ситендәге көкөрт менән ҡырып, йомшаҡ сепрәк менән һөртөп алыу. Тағы ла мамыҡты аш һеркәһенә манып алып, үтек йөҙөн һөртөргә була. Яҡшыраҡ таҙартыу өсөн аш һеркәһенә нашатыр спирты өҫтәргә мөмкин. Әммә был осраҡта үтек һыуынған һәм электр селтәренә тоташтырылмаған булырға тейеш. Ҡағыҙға тоҙ һибеп, ҡыҙған үтек менән бер нисә тапҡыр өҫтөнән йөрөтөп алыу уның көйөгөн бөтөрөргә ярҙам итә. Әгәр ҙә аңғармаҫтан ҡыҙған үтекте полиэтилен пакет өҫтөнә ҡуйһағыҙ, үтек һыуынғанын көтөп тороғоҙ һәм йөҙөн ацетон менән һөртөп алығыҙ.

Үтек йөҙөн таҙартыу буйынса килтерелгән бихисап кәңәштәр араһында наждаклы ҡағыҙ ҡулланырға ла тәҡдим ителә, ләкин уның менән үтек йөҙөн ышҡырға һис ярамай. Сөнки наждаклы ҡағыҙ үтек йөҙөндәге ҡуныҡты ғына ҡырып төшөрмәй, ул үтеккә зыян да килтерә - сыймаҡланып, тигеҙһеҙләнеп бөткән үтек кейем үтекләгәндә ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы бар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: