Бөтә яңылыҡтар

Доллар гөлөгөҙ яҡшы үҫәме?

Замиокулькас, халыҡ телендә доллар гөлөн үҫтерәһегеҙме? Улайһа был кәңәштәр һеҙҙең өсөн.

Доллар гөлөгөҙ яҡшы үҫәме?
Доллар гөлөгөҙ яҡшы үҫәме?

Замиокулькас  йыш һыу ҡойғанды, күсереп ултыртҡанды һәм ашландырғанды яратмай. Сөнки ул тәбиғи мөхиттә ярлы тупраҡта үҫә, шуға ла был хәл уның өсөн нормаға ингән. 

Һирәкләп кенә тупрағына айына бер яртә дозала ғына кактустар һәм суккулентлар өсөн тәғәйенләнгән ашлама индерергә була.

Тупрағына ҡалын ҡатлам итмәй генә яңы тупраҡ өҫтәргә лә була. 

Шулай уҡ был гөлдө артыҡ ҙур һауытҡа ултыртырға ярамай, уның тамырҙары иркенлекте яратмай. 

Гәлдәрегеҙ шаулап үҫһен!


Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: