Бөтә яңылыҡтар

Тамаҡ ауыртыуҙан монгол дауаһы

Ангинаға ҡаршы түбәндәге кәңәш ярҙам итер

Тамаҡ ауыртыуҙан монгол дауаһы
Тамаҡ ауыртыуҙан монгол дауаһы

Тамаҡ ауыртыуынан дүрт сәғәт эсендә дауаланыу өсөн ҡәһүә тартҡыс аша үткәрелгән ярты стакан аҡ әнис орлоғона 1 стакан һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға кәрәк.

Ҡәһүә ҡуйырығы кеүек, йәбешкәк масса килеп сыға. Уны ваҡ иләк аша үткәреп, стакандың дүрттән бер өлөшө тиклем һыу өҫтәп, тағы ла ҡайнатырға һәм 1 ҡалаҡ коньяк ҡушырға. Был ҡайнатманы ярты сәғәт һайын берәр ҡалаҡлап эсергә. Ике сәғәттән тамаҡ ауыртыуы бөтә, йотоуы еңелерәк булып ҡала. Һалҡын тейҙереп йыш ауырыған, тонзиллит, фарингит, трахеит менән яфаланыусылар өсөн дә ошо рәүешле дауаланыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Читайте нас: