Бөтә яңылыҡтар

Үҫентеләрҙе дөрөҫ һайлағыҙ!

Күптәр төрлө емеш ағастары ултыртып та, үҫтерә алмайҙар. Аҫтағы кәңәштәр бәлки ярҙам итер.

Үҫентеләрҙе дөрөҫ һайлағыҙ!
Үҫентеләрҙе дөрөҫ һайлағыҙ!
-Үҫентеләрҙең 2 йәшлектәрен һатып алыу отошлораҡ, унан йәшерәктәре ерегеп китмәҫкә мөмкин.

- Һатыусынан үҫентенең тамырының һәм берәй ботағының бәләкәй генә өлөшөн ҡырҡып күрһәтеүен һорағыҙ. Әгәр ҡырҡылған ер һорғолт төҫтә булһа, үҫенте өшөгән тигәнде аңлата.  

- Көслө , тигеҙ олонло үҫенте һайларға тырышығыҙ. Иғтибар менән һынмағанмы икәнен тикшереп сығығыҙ. Прививкалау урынын да ҡарарға онотмағыҙ.
 
- Яҡшы үҫентенең ботаҡтары һығылмалы, тамырҙары ныҡлы була. Ҡайырын саҡ ҡына һыҙырып ҡарағанда еүешләнә икән, тимәк был үҫенте һау һәм көслө .



Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: