Бөтә яңылыҡтар

Апрелдә баҡса эштәре

Ҡар иреп бөтөп, тупраҡ йылыныу менән ҡырауҙан ҡурҡмай торған бер йыллыҡ сәскәләр – космея, тырнаҡ, бәрхәт гөлдәрен сәсергә мөмкин.

Апрелдә баҡса эштәре
Апрелдә баҡса эштәре

Апрель- баҡсасылар өсөн иң яуаплы ай. Иң мөһиме- баҡсалағы ҡар һыуҙары йыйылып торған урындарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк йырып ебәрергә кәрәк. Артыҡ дымлылыҡ ҡурай еләге, баҡса еләге, клематис өсөн ҡурҡыныс. Ай башында баҡса еләге, роза, клематис, лилиәләр өҫтөнән көҙҙән ҡаплаған япманы алыу мөһим. Сөнки унда, йылы булғанлыҡтан, үҫемлек тиҙ генә уянып үҫә башлай, һыуыҡ булғанда өшөй. Ай урталарында картуфты шыттырырға баҙҙан сығарабыҙ. Емеш- еләк ҡыуаҡтарын ҡырҡып, формалаштырырға кәрәк. Ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағаттың ботаҡтарын ҡырҡмайҙар. Ҡороған ботаҡтарын ғына алалар. Сейә менән сливаныҡын ҡырҡыр алдынан ҡышты нисек сығыуын асыҡлағыҙ. Баҡса еләген иртәрәк өлгөртөү өсөн түтәлгә дуға ҡуйып, пленка менән ҡаплағыҙ. Яҙғы ҡырауҙар булғанда, емеш ағастары сәскә атҡанда, үҫемлек ҡалдыҡтары яндырығыҙ. Төтөн һыуыҡҡа бирешеүҙән һаҡлай.

Ҡар иреп бөтөп, тупраҡ йылыныу менән ҡырауҙан ҡурҡмай торған бер йыллыҡ сәскәләр – космея, тырнаҡ, бәрхәт гөлдәрен сәсергә мөмкин. Көслө ҡырау булғанда, ер өҫтөн туңдырғанда пленка менән ҡаплап тороғоҙ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: