Бөтә яңылыҡтар

Ҡиммәтле косметик саралар урынына

Сәй содаһын косметик сара итеп тә ҡулланып була икәнен белә инегеҙме? Белмәһәгеҙ бына һеҙгә бер нисә кәңәш:

Ҡиммәтле косметик саралар урынына
Ҡиммәтле косметик саралар урынына

-Аш-һыу бүлмәһендә йә баҡса эштәренән һуң ҡулдарҙы яҡшылап таҙартып алыр, тырнаҡтарҙы нығытыр, сөйәлләрҙе йомшартыр  өсөн бер литр йылы һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һәм сәй содаһы һалып, ҡулдарығыҙҙы шунда тотоғоҙ.

-Сәй содаһын душ ингәндә гелгә ҡушһағыҙ, тән тиреһе өсөн яҡшы скраб килеп сығыр. Тәнгә һөртөп әҙерәк ышҡып алһағыҙ, тирегеҙ таҙарып, шымарып ҡалыр.

-Ярты сәй ҡалағы сәй содаһын битегеҙгә битлек яһағанда ҡушып ебәрһәгеҙ ҙә үкенмәҫһегеҙ. Тик битлекте йыуғандан һуң крем һөртөргә онотмағыҙ.

-Яратҡан шампунегеҙгә лә сода ҡушып алһағыҙ, йыуғандан һуң сәстәрегеҙ шымараҡ, йомшағыраҡ булыр, ялтырап торор. Ҡауаҡлап та аптыратмаҫ. Ә иң мөһиме бындай шампундән һуң бальзам ҡулланмаһағыҙ ҙа була.


 

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: