Бөтә яңылыҡтар

ЕЛӘК

Баҡса еләген үҫтереү серҙәре

ЕЛӘК
ЕЛӘК

Баҡса еләген үрсетеү өсөн уның мыйығының ике розеткаһын ғына алыу хуплана. Әгәр ҙә тәүге йылда уҡ уныш алырға теләһәгеҙ, был шартты үтәгеҙ. Өсөнсө һәм унан һунғы тәртиптәге розеткалар насар уңыш бирә, әммә уларҙы ла күсереп ултыртһағыҙ, киләһе йылға унышҡа нигеҙ һаласаҡһығыҙ.

Хәҙер һатыуҙа баҡса еләгенең элиталы һәм суперэлиталы сорттары һатыла. Баҡсасыларҙың тәжрибәһе күрһәтеүенсә, уларҙан да мул уңыш алырға мөмкин. Был орлоҡтарҙы үҫеүҙе тиҙләтеүсе ашламалар ("Эпин", "Циркон" һ.б.) менән эшкәртеп, март-апрелдә үк өйҙә сәсергә кәрәк. Үҫентеләрҙе июнь башында асыҡ һауаға сығарып ултырталар. Улар көҙгә ҡарай тәүге уңышты бирәсәк. Артабан инде ғәҙәти сорттар кеүек үҫтерәләр һәм үрсетәләр.

Баҡса еләгенең тамырҙарына зыян итеүсе паразит селәүҙәрҙән (ғилми әҙәбиәттә уларҙы нематода тип йөрөтәләр) һаҡланыу өсөн еләк түтәленә бәрхәт, календула сәскәләре сәсегеҙ. Бәрхәт сәскәһе үҫемлекте бәшмәк ауырыуынан һаҡлар, календула шулай уҡ бәшмәк ауырыуҙарын, мәҫәлән, фузариозды булдырмай.

Еләктәр тәмле булһын өсөн еләк ҡыуаҡтары аҫтына ҡарағайҙың ҡороған ботаҡтарын һалалар. Был еләктәрҙе бысраныуҙан һаҡлай, дымды ла яҡшы тота.

Лайлалы ҡусҡар (ҡайһы бер төбәктәрҙә уны әкәм-төҡәм тип атайҙар) баҫмаһын өсөн түтәл араһына петрушка сәсергә кәңәш итәм.

Баҡса еләге тупраҡты ныҡ ярлыландыра, шуға ла бер урында 4-5 йыл үҫкәндән һуң, уларҙың урынын алыштырығыҙ. Тупраҡ уңдырышлылығын ҡайтарһын өсөн уның урынына тәүге йылда фасоль, кишер сәсәләр. Унан һуң ҡабаҡ, унан һуң картуф, баклажан, петуния, физалис сәсергә. Һуңынан еләгегеҙ кире үҙенең урынына ҡайта ала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: